Сәләмәт булайыҡ
18 Марта 2020, 15:45

Алғы һыҙыҡтағы табиптар эше баһаланасаҡ

"Хәүеф менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан табиптар өсөн өҫтәмә түләү булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттем”.

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең Өфөләге йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына барғаны тураһында хәбәр итте. Ул медицина учреждениеһының коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә әҙерлеген юғары баһалаған.
Алғы һыҙыҡта торған табиптарҙың ҡатмарлы хеҙмәтен һүҙ менән генә түгел, ә матди яҡтан да дәртләндерәсәген белдергән республика етәксеһе.
Бөтә донъяла яңы инфекция менән бәйле ығы-зығы ҡупҡанда, дауахана табиптарының үҙ эштәрен “шым һәм ышаныслы башҡарыуҙары”н билдәләгән. Бар дауаханалар ҙа тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары етерлек кимәлдә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең юғары квалификациялы булыуын да белдергән республика етәксеһе.
“Әгәр ҙә халыҡ сәләмәтлегенә янаған хәүефкә юлығырға тура килһә – еңеп сығырға ҡулдан килер. Табиптар алдында ышаныслы эштәре өсөн баш эйәм. Ул ғына ла түгел. Бөгөн мин хәүеф менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан табиптар өсөн өҫтәмә түләү булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттем”, - тип белдерҙе республика етәксеһе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле стационарҙа коронавируста шик аҫтына алынған 48 кеше күҙәтелә.
Фото: Bash.News
Читайте нас