Сәләмәт булайыҡ
20 Март 2020, 10:50

Фатирығыҙҙың стенаһы күгәрәме?

Фатирҙа дымлылыҡ юғары булыу, йылылыҡ етмәүҙән стена­лар­ҙың күгәрә башлауы ихтимал. Ул сәләмәтлек өсөн дә зыянлы, шуға ла тиҙе­рәк бөтөрөү сараһын күрергә кәрәк.

Фатирҙа дымлылыҡ юғары булыу, йылылыҡ етмәүҙән стена­лар­ҙың күгәрә башлауы ихтимал. Ул сәләмәтлек өсөн дә зыянлы, шуға ла тиҙе­рәк бөтөрөү сараһын күрергә кәрәк.


Бының өсөн бер литр һыуға дүрт-биш төймә фурацилин һалып иретәбеҙ. Күгәргән урындарҙы ышҡып йыуырға һәм киптерергә кәрәк. Ул ҙу­рай­ған икән, бер стакан һыуға дүрт-биш төймә фурацилин һалып көслөрәк иретмә әҙерләү мө­һим. Стенаны алдан яҡшылап йыуырға һәм пуль­веризатор менән һиптереп, кипкәнен көтөргә кәрәк.


Өс айҙан был процедураны ҡабатлау мотлаҡ.
Читайте нас