Сәләмәт булайыҡ
20 Марта 2020, 20:00

Андрей Назаров Өфөләге обсерватта булды

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Өфө районында урынлашҡан "Сәләмәтлек инеше" ("Родник здоровья") шифахана комплексында булды. Тап ошонда обсерват – сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандарҙа коронавирус инфекцияһы анализдары һөҙөмтәләре асыҡланғанға тиклем ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн карантин зонаһы урынлашҡан.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә коронавирус менән сирләүселәр теркәлмәгән.
– Һеҙҙең профилакторий карантин пассажирҙарын урынлаштырыу өсөн кәрәкмәҫ тип уйлайыҡ, әммә беҙ хәлдәрҙең төрлө үҫешенә әҙер булырға тейешбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Беренсе вице-премьер Өфө аэропортына килеүсе пассажирҙарға контролде көсәйтергә ҡушты, был тәүге сиратта инфекция таралған илдәрҙән һәм төбәктәрҙән ҡайтҡан транзит пассажирҙарына ҡағыла.
– Авиапассажирҙарҙы анкеталауҙы бик теүәл башҡарыу һәм ваҡытлыса изоляциялау обсерватына урынлаштырыуҙы аныҡ күҙаллау һәм билдәләү фарыз, – тип билдәләне Андрей Назаров. Беренсе вице-премьер менән бергә эшлекле сәфәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас