Сәләмәт булайыҡ
21 Марта 2020, 16:55

Эй ҡаҡшатты был йүтәл...

Йүткереүҙән халыҡ дауаһы алымдары ярҙамында ҡотолоу өсөн бер нисә рецепт. Сәләмәт булайыҡ!

Йүткереүҙән халыҡ дауаһы алымдары ярҙамында ҡотолоу өсөн бер нисә рецепт.
Ике ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итер.
Бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, шуны эсегеҙ.
Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән бутап, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға кәрәк.
Бер стакан күләмендә ваҡ ҡына итеп туралған кәбеҫтә алығыҙ, уға биш стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан уны һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу ҡушырға кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3-5 тапҡыр яртышар стаканлап эсергә. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулланалар.
Йүткереү ныҡ йонсотҡанда, ошондай дауа ҡулланып ҡарағыҙ: бер стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ һәм бер ҡалаҡ аҡ май, бер ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда сода, бер сей йомортҡа һарыһы, иң һуңынан ике-өс тамсы 5 процентлы йод өҫтәгеҙ. Көнөнә өс тапҡыр йылы көйөнсә яртышар стакан эсергә. Һыуытҡыста һаҡларға.
Фото: s-voi.ru
Читайте нас