Сәләмәт булайыҡ
22 Марта 2020, 12:45

Әбйәлилдәрҙең һаулығын хәстәрләп

Асҡарҙың 1-се мәктәбендә стоматология кабинеты асылды.

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырыштарының береһендә ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны.
“Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы ҡабул ителгән был ҡарарҙы ата-әсәләр ҙә, белем биреү өлкәһе коллективтары ла хуплап ҡаршы алды.
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы үҙәгендәге 1-се мәктәптә лә “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса теш табибы бүлмәһе асылды. Стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер: сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Бында Асҡарҙан ғына түгел, райондың башҡа мәктәптәренән дә уҡыусылар ҡабул ителәсәк. Стоматология кабинетына яҡшы ремонт яһалған, ике миллион һум самаһына заманса медицина ҡорамалдары һатып алынған.
Тештәрең өлкәнәйгәс тә матурлығы менән һоҡландырһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында ҙур мөмкинлектәр бар.
Фото "Абзелил" гәзите сайтынан.
Читайте нас