Сәләмәт булайыҡ
23 Марта 2020, 18:25

Кәйефте нимә күтәрә?

Туҡланыу сәләмәтлеккә генә түгел, кәйефкә лә йоғонто яһай. Һеҙгә табип-неврологтың кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.

Туҡланыу сәләмәтлеккә генә түгел, кәйефкә лә йоғонто яһай. Һеҙгә табип-неврологтың кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.
Белгестең әйтеүенсә, ыңғай хис-тойғолар өсөн яуап биргән матдәне – серотонинды алыштырған аҙыҡтар улар.
Мәҫәлән, шоколад, банан, сыр, һөт аҙыҡтары, ҡош-ҡорт ите тап шундайҙарҙан һанала. Эксперттың әйтеүенсә, углеводҡа бай шәкәр һәм шәрбәтле аҙыҡтарҙы аҙыраҡ ашарға кәрәк. Нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн составында омега-3 май кислотаһы булған аҙыҡтарға өҫтөнлөк биреү яҡшы. Мәҫәлән, дингеҙ балығы, сәтләүек, үҫемлек майы. Кәйефте күтәреү өсөн В төркөмө витаминдары бик мөһим. Улар бауырҙа һәм ҡарабойҙай ярмаһында күп. Бөтнөк үләне һалып ҡайнатылған сәй ҙә күңелегеҙҙе асыр.
Фото: Bash.News.
Читайте нас