Республикала әле һаман медицина битлектәренә ҡытлыҡ бар. Был хәлде яйға һалыу өсөн Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары күп тапҡыр файҙаланып булған битлектәр тегә башланы. Уны бер нисә сәғәт кейгәндән һуң йыуырға, эҫе үтек менән үтекләргә һәм яңынан файҙаланырға мөмкин.
Бөгөн уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында түбәндәге адрестар буйынса һатып алырға була:
- “Модница” ательеһы, Октябрь проспекты, 30, тел: 8-987-135-02-81 йәки 24-14-43;
- “Текстильный край” магазины, Кочетов урамы, 74а, тел: 8-917-443-64-75;
- “Дуҫлыҡ” фабрикаһы”, Тыныслыҡ урамы, 53, тел: 8 (3473) 25-02-86;
- “Кейем” фабрикаһы, Техник урамы, 32\1, тел: 8(3473) 29-07-75, йәки 8(3473) 29-07-73;
- “Воображуля” ательеһы, Төҙөүселәр урамы, 65, тел: 8-987-019-48-29;
- “Флер” ательеһы, 23 май урамы, 24, тел: 8-987-623-16-82;
- “Елена” тегеү салоны, Гоголь урамы, 74, тел: 8-917-347-58-58;
- “Леди” тегеү салоны, Коммунистик урамы, 43, тел: 8-917-737-00-78;
- “Дорина” ательеһы, Тыныслыҡ урамы, 57, тел: 8-917-432-59-47.
Күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәрҙең хаҡы 40 һумдан 55 һумға тиклем. Юғарыла күрһәтелгән телефондарға шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.