Сәләмәт булайыҡ
25 Марта 2020, 12:50

495 кеше йоҡторған, үлем осраҡтары юҡ

Әле Рәсәйҙә 495 кеше инфекция йоҡторған, барыһы ла стационарҙа дауалана, 22 пациент һауыҡҡан. Үлем осраҡтары юҡ.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг үтте. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тәүлек эсендә булған яңылыҡтарға туҡталып, республикалағы эпидемиологик хәл менән таныштырҙы.
Әле 64 кеше, шул иҫәптән алты бала, инфекция эләктереү шиге менән стационарҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында. Тимәк, кисәге менән сағыштырғанда, пациенттар һаны дүртәүгә артҡан. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, республикала лабораториялар һаны арттырылған, 2270 кеше инфекцияға тейешле анализдар тапшырған. Баш табип бары дәүләт медицина учреждениелары тарафынан бирелгән йүнәлтмә буйынса ғына коронавирусҡа тест үтеү мөмкинлеге тураһында иҫкәртте.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге начальнигы Олег Мәүлетов әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә 495 кеше инфекция йоҡторған, барыһы ла стационарҙа дауалана, 22 пациент һауыҡҡан. Үлем осраҡтары юҡ.
Республикала коронавирусты йоҡторған дүрт кешенең дә сит илдән ҡайтыуы асыҡланған. Бер ирҙең дөрөҫ мәғлүмәтте йәшерергә тырышыуы билдәле булған, баҡһаң, ул да инфекцияны сит илдән алып ҡайтҡан. Кемдәр менән бәйләнештә, самолетта, транспортта булғандар, барыһы ла асыҡланған һәм контролгә алынған.
Фото: Kp.40ru
Читайте нас