Ошо көндәрҙә Дәүләкән районындағы балаларға оператив ярҙам күрһәтеү маҡсатында Өфөнән бер төркөм юғары квалификациялы табиптар районға юлланды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡорт дәүләт медицина университеты белгестәре кескәй дәүләкәндәрҙең сәләмәтлеген тикшерҙе. Республиканың баш кардиологы Виктор Малиевский, балалар эндокринологы Марина Климентьева, табип-неврологтар Карина Шарапова һәм Айнур Псәнчин консультатив ярҙам күрһәтте.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, иҫәптә торған бөтә сирлеләргә баш ҡала табиптарының килеүе тураһында алдан уҡ хәбәр итәләр. Уларға УТТ, ЭКГ, ЭЭГ яһалды, анализдар алынды. Ауыл ерендә йәшәгән пациенттарға айырым иғтибар бирелде.
БДМУ табиптары был көндә 82 баланы ҡараны. Уларҙың өсәүһе Республика балалар клиник дауаханаһына ентекле тикшерелергә, тағы ла һигеҙе Балалар неврология һәм эпилептология үҙәгенә дауаланырға ебәрелде.
Фото: health.bashkortostan.ru