Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Март 2020, 16:29

Бармаҡтар ниңә ойой?

Күп кенә кеше аяҡ һәм ҡул бармаҡтарының ойоуына зар­лана. Ауыртыу тойолмаһа ла, был хәл һәр кемде хәүефләндерә.

Күп кенә кеше аяҡ һәм ҡул бармаҡтарының ойоуына зар­лана. Ауыртыу тойолмаһа ла, был хәл һәр кемде хәүефләндерә.


Һиҙгерлеген юғалт­ҡан һалҡын бармаҡтар нимә тураһында һөйләй? Табиптарҙың әйте­үен­сә, бының ике сәбәбе бар: мускул­дарҙағы тойоу һәм хәрәкәт нервылары бөтөмдәренең ҡыҫылыуы, ҡан әйләнешенең тейешле кимәлдә булмауы.
Ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар, мәҫәлән, ҡулды хәрәкәтләндермәй оҙаҡ ҡыҫып тотҡанда, тойоу һәм хәрәкәт нервылары бөтөмдәре ҡыҫыла. Ҡулдарҙы яҙғандан һуң ойоу ҙа тарала. Сәтәкәй (сыңғарсай) бармаҡтың ойоуы муйын остеохондрозы менән бәйле булыуы ла ихтимал.
Бармаҡтар ойоуының сәбәптәре күп төрлө, шуларҙың бер нисәһе: баш өйәнәге, йөрәк сирҙәре, шәкәр диабеты, витаминдар етешмәүе, умыртҡа бағанаһының дискылар араһындағы бүҫер. Компьютер артында оҙаҡ эшләгәндәрҙең ҡулдары терһәккә тиклем ойоуы мөмкин, был осраҡта ҡулдың ятыу рәүешен үҙгәртеп, хәрәкәтләнеү ҙә етә. Әгәр ҡул-бармаҡтар ойоуы ғәҙәти күренешкә әүерелһә, медицина тик­шереүе үтеү мөһим. Ҡан анализы тапшырып, витаминдарға ҡытлыҡты, остеохондроз булыу-булмауын асыҡларға, электрокардиограмма эшләтергә кәрәк. Бармаҡтар ойоуы баш-муйын ауыртыуы, арыу-талсығыу менән бергә барһа, тимәк, һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙы арттырырға кәрәк тигән һүҙ.
Читайте нас: