Сәләмәт булайыҡ
29 Марта 2020, 11:55

Сирләгәндәр һаны бишкә етте

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәргән сираттағы брифингта әлеге хәлгә бәйле һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
29 марттың 13.00 сәғәтенә билдәле булыуынса, республикала стационарҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләү шиге аҫтында 97 кеше ята, улар араһында - 16 бала. Сирләгәндәр һаны бишкә еткән, шул иҫәптән бер бала.
Бишенсе пациент - Францияла белем алыусы студент, ул 15 мартта Өфөгә ҡайтҡан. Быға тиклем үҙаллы изоляцияла булған. Хәле тотороҡло, сирҙең киҫкен билдәләре күҙәтелмәгән. Әле ул дауаханала.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, бөгөнгә тиклем 4293 кеше тикшерелгән, шул иҫәптән сит илдән ҡайтҡан 593 граждан. Үҙаллы изоляция режимын һаҡларға тейешлеләр менән планлы эш алып барыла, социаль хеҙмәткәрҙәрҙән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренән торған 216 бригада һәр көн эштә. Уларҙың санитар-эпидемиологик именлеген һаҡлау йәһәтенән барлыҡ саралар күрелә.
Фото: lenta.ru
Читайте нас