Сәләмәт булайыҡ
1 Апреля 2020, 13:30

Пропуск алыуҙың тәртибе бар

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов эшмәкәрлектәре тормош тәьминәтенә ҡағылған граждандарҙы тораҡ пункт буйынса хәрәкәт итеү өсөн махсус пропуск алыу тәртибе менән таныштырҙы.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов кисә индерелгән үҙаллы изоляция режимының үҙенсәлектәренә туҡталды һәм киҫкен сәбәпһеҙ урамға сығыуҙан тыйылыуҙы тағы берҙе иҫкә төшөрҙө. Эшмәкәрлектәре тормош тәьминәтенә ҡағылған, шуға ла эшкә йөрөгән граждандар тораҡ пункт буйынса хәрәкәт итеү өсөн махсус пропуск алырға бурыслы. Рөстәм Ғәзизов уны алыу тәртибен телгә алды.
Шулай итеп, пропусктар фәҡәт кешеләргә генә бирелә. Был транспорт сараларына ҡағылмай. Унан тыш, пропусктар ике төрлө була. Пластиктан эшләнгәне муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, ирекмәндәргә, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға сыҡҡан дружинниктарға бирелә. Икенсеһе – үҙаллы изоляция режимында эшләүен дауам иткән предприятиела бирелгән белешмә.
Пластик пропусктар Өфө ҡала хакимиәтенең эштәр идаралығында тапшырыла, уникаль номеры бар, башҡаларға биреү тыйылған.
Үҙаллы изоляция режимында эшләүен дауам иткән предприятиела эш урынында ҡалған хеҙмәткәрҙәрҙең исемлеге яҙылған махсус бойороҡ булдырылырға тейеш. Уның нигеҙендә пропуск-белешмә таратыла. Урамда иһә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре талап иткәндә, шәхес танытмаһын һәм белешмәне күрһәтеү мотлаҡ. Был хәл автомобилдә йөрөгәндәргә лә ҡағыла: һәр кем ниндәй маҡсат менән ҡайҙа барғанын аңлатырға, документтарын күрһәтергә тейеш. Ул саҡта штраф йәки башҡа саралар күрелмәйәсәк.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдары автомобилдәре шулай уҡ биләмәгә инә торған пропуск менән тәьмин ителәсәк.
Фото: google.com
Читайте нас