Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Обсерватор Өфө районының Нижегородка ауылында урынлашҡан, 30 марттан эшләй башлаған. Ул сит илдән килгән граждандарҙы 14 көнгә тулыһынса изоляциялау өсөн тәғәйенләнә.
– Әлеге ваҡытта унда дүрт граждан бар: Израиль, Һиндостан, Молдавия, Мысыр дәүләттәренән. Сирлеләр менән контактта булыусылар ҙа ошонда йүнәлтеләсәк. Обсерватор эшмәкәрлеге өсөн республика Хөкүмәтенең резерв фондынан 16 миллион 700 мең һум аҡса бүленгән. Унан тыш, ошондай уҡ обсерваторҙарҙы Өфө районының Лекаревка ауылында, Әбйәлил районында һәм Октябрьский ҡалаһында ойоштороу мәсьәләһе ҡарала. Әлегә береһе генә эшләһә лә, башҡалары ла килеп тыуған хәлгә ҡарап, эшләй башлаясаҡ, - тине етәксе.