6 апрелдән уҡыусылар дистанцияла уҡый башлай. Бөгөнгө брифингта мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, был эш өс форматта алып барыласаҡ. Тәүгеһе – онлайн-режимда, икенсеһе – планшеттар, телефондар ярҙамында, ә ҡайҙа интернет селтәре юҡ, унда белем биреү процесын дежур уҡытыусылар ойошторасаҡ.
Әлбиттә, ата-әсәнең был йәһәттән һорауҙары тыуыуы ихтимал. Бәйләнеш өсөн телефон: 292-11-52. Ғаиләлә ике-өс һәм унан күберәк уҡыусы булғанда, хәлдең бер ни тиклем ҡатмарлашыуын иҫтә тотоп, уҡытыусы айырым расписание төҙөйәсәк. Шулай итеп, дүшәмбе көн сәғәт 10-да дәрестәр башланасаҡ. Ата-әсәһе эшкә йөрөгән башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр булдырыла. Һис һүҙһеҙ, бында ҡәтғи санитар-эпидемиологик саралар ҡараласаҡ.
Кисәге брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононованың министрлыҡтың хәйриә ярҙамын алырға әҙер булыуы тураһындағы хәбәрен күптәр ишеткән. Шул көндә үк егерменән ашыу шылтыратыу булған. Ҡайһы бер ойошмалар кәрәкле тауарҙар өсөн түләргә риза, кемдер бер тапҡыр ҡулланылыуға иҫәпләнгән һауыт-һаба, көҙгө, маркер вәғәҙәләй. Билдәле булыуынса, табиптар дауахана биләмәһенән сыҡмай, ятаҡтарҙа, айырым бүлмәләрҙә йәшәй. Уларҙың көнкүрешен яйға һалыу өсөн бер тапҡыр ҡулланылған һауыт-һаба, электр сәйнүге, эшкәртелә торған резина аяҡ кейемдәре, шыйыҡ һабын, кер йыуыу машинаһы, термос, ҡағыҙ таҫтамал кеүек әйберҙәр кәрәк. Ярҙам итергә теләүселәр булһа, рәхим итегеҙ!