Сәләмәт булайыҡ
7 Апреля 2020, 17:25

Әүҙем бул, өйрән, ярҙам ит!

Иҫтәлекле дата яҙ билдәләнә.

1948 йылдың 7 апрелендә Ер йөҙөндәге иң абруйлы ойошмаларҙың береһе – Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы булдырылған. Әлеге ваҡытта уның составына 194 дәүләт инә. Хәҙер иһә тап үрҙә телгә алынған көндә иҫтәлекле дата билдәләнә. Кешенең һәр йәһәттән – физик, рухи, психик яҡтан һау-сәләмәт булыуы мөһим.
Ә һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының төп маҡсаты – кешеләрҙең һаулығы нығыраҡ булһын өсөн уларға дөрөҫ йүнәлеш биреү. Бөтә донъя сәләмәтлек көнө иһә йыл һайын тармаҡ алдында торған глобаль проблемаларға арнала һәм төрлө девиз менән үтә.
Форсаттан файҙаланып, беҙ әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ, психолог Ғәлиә СӘЛИХОВАға мөрәжәғәт иттек. Ул кешенең психик һаулығына арналған бер кәлимә һүҙен һеҙҙең хөкөмгә тәҡдим итә.


– Белгес булараҡ, мин иң тәүҙә психик һаулыҡтың нимә икәнлеген асыҡлап үткем килә. Ул – кешенең үҙ һәләттәрен тулыһынса аса һәм ҡуллана алған, көндәлек тормош һынауҙарына бирешмәйенсә йәшәргә һәм эшләргә, йәмғиәттең үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлек биргән имен, тыныс күңел торошо.
Баҡса бағыу, музыка ҡоралдарында уйнау, йә булмаһа ҡул эштәре менән булыу кеүек ябай ғына, әммә күңелде шатлыҡ менән тултырған һәм тормошо­боҙҙо байытып ебәргән, яратҡан шөғөлдәр психик һаулыҡҡа бик ыңғай йоғонто яһай. Был үҙ сиратында әүҙем тормош алып барырға һәм теүәл аҡыл һәм аң камиллығын оҙаҡ йылдар һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Ғалимдар психик һаулыҡҡа һәм имен, тыныс күңел торошона ҙур йоғонто яһаған биш кәңәшкә ҡолаҡ һалырға тәҡдим итә:

1. Бәйләнештәреңде өҙмә. Ғаилә, туғандар, дуҫтар, коллегалар менән аралашыу беҙҙең тормошто байыта һәм йәмләй. Был донъяла терәк-таянысыбыҙ барлыҡҡа ышаныс бирә.
2. Әүҙем бул. Спорт менән шөғөл­ләнеү, физик күнекмәләр эшләү, бейеү, баҡсасылыҡ кеүек шөғөлдәр булыу, йә булмаһа саф һауала йәйәү йөрөү ҙә кәйефте күтәрә, физик форманы яҡшы кимәлдә тоторға ярҙам итә.
3. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуыңды юғалтма. Ғүмерҙең һәр мәленән йәм табып, тормошҡа ғәҙәти булмаған күҙлектән ҡарап, ул ҡуйған һынауҙарҙы йырып сығып һәм дөрөҫ һығымталар яһап, беҙ был тормоштоң асылын аңлай барабыҙ, үҙебеҙ өсөн ысынлап мөһим булған нәмәләргә төшөнәбеҙ.
4. Өйрән. Теләк менән йөрәк бул­ғанда ҡулдан килмәгән эш юҡ, шуға кү­рә ниндәйҙер яңы һөнәргә өйрәнгән, яңы эште башҡарып сыҡҡан һайын кешенең үҙ-үҙенә баһаһы арта. Был уға киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Яңы һөнәр, эш тигәнгә ҙур мәғәнә һалмайынса, сит телдәрҙе өйрәнеү, музыка ҡоралда­рында уйнау йә иһә яңы рецепт буйын­са тәмле ризыҡ әҙерләп яҡындарыңды ҡыуандырыу кеүек ябай ғына, әммә бик файҙалы һәм кәрәкле шөғөлдәрҙе аңларға кәрәк.
5. Ярҙам ит. Дуҫтарыңа, яҡын­дарыңа һәм бөтөнләй ҙә таныш бул­маған кешеләргә ярҙам итеп, беҙ уларҙан яуап­ҡа рәхмәт тойғолары алабыҙ. Бындай хистәр беҙҙең тор­мошҡа мәғәнә өҫтәй, сөнки кешеләргә ярҙам итеүҙән килгән ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо көнөбөҙҙөң бушҡа үтмәүен иҫбатлап тора.
Бына шундай ябай ғына, әммә бик мө­һим кәңәштәр ярҙамында беҙ үҙе­беҙҙең күңел торошон ыңғай яҡҡа көйләп, психик һаулығыбыҙға ҙур файҙа килтерә алабыҙ.
Читайте нас