Сәләмәт булайыҡ
7 Апреля 2020, 08:30

Табиптар һәм пациенттар бикле килеш ҡала...

Бөгөн төндә Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма ҡалдырған.

Кисә республикала коронавирус инфекцияһы таралыу йәһәтенән шау-шыу ҡупты: Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында табиптарҙы һәм бер нисә пациентты йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына алып киткәндәр.
Бөгөн төндә дауахананың баш табибы Эльза Сыртланова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма ҡалдырған, табиптарҙың коронавирусҡа тапшырған анализдарының тәүге һөҙөмтәләрен иғлан иткән. Әйтеүенсә, ике табипта COVID-19 табылмаған. Ә тулыһынса карантинға ябылған һәм әлегәсә эш урынында ҡалған коллектив тулы һөҙөмтәләрҙе көтә.
"Әлеге мәлдә беҙҙең дауахана тирәләй имеш-мимеш күбәйҙе. Тәү сиратта коллективҡа рәхмәт әйтәм, сөнки улар әлеге хәлде аңлап ҡабул итә. Эйе, 6 апрелдән коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән эпидемияға ҡаршы саралар күреү өсөн беҙҙең эшмәкәрлек туҡтатылды. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, пациенттар менән бергә тейешле күрһәтмә булғанға тиклем дауахана эсендә ҡала. Ысынлап та, бер нисә хеҙмәткәребеҙ пневмония һәм коронавирусҡа шик менән инфекция дауаханаһына оҙатылды. Әммә әле икеһенең һөҙөмтәһен алдыҡ – уларҙа вирус юҡ! Артабан башҡа һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ!" - тип яҙа Эльза Сыртланова.
Баш табип шулай уҡ табиптарҙың көндәлек эшен башҡарыуын, операциялар яһауын, документация менән эшләүҙе дауам итеүен белдерә.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Республика дауаханаһынан госпитализацияланған пациенттарҙың хәле тотороҡло.
Фото: Эльза Сыртланова, Facebook.com
Читайте нас