Сәләмәт тормош рәүеше үҙ эсенә түбәндәге төшөнсәләрҙе ала: ял һәм хеҙмәт режимы, насар ғәҙәттәрҙән арыныу, етәрлек хәрәкәтләнеү, шәхси гигиена, сынығыу, рациональ туҡланыу. Шуға ла ябай ғына ҡағиҙәләргә күҙ һалырға тәҡдим итәбеҙ.
1. Тубыҡты бөкләп, сүкәйеп йыш ултырмағыҙ, был ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына, ҡан йөрөү эшмәкәрлегенә зыян килтерә.
2. Бик ныҡ эҫе булған ризыҡты ашарға тырышмағыҙ. Юғары температурала зыянлы микробтар ғына түгел, файҙалылары ла үлә. Ашҡаҙан стенаһы туҡымалары ла нескә, 45 градустан да эҫерәк булған аштың уға зыян итеүе ихтимал.
3. Асыҡ ҡояшта көндөҙ 30 минуттан да артыҡ йөрөмәгеҙ. Тирегә яҡтылыҡ сығанағы ни тиклем аҙыраҡ тәьҫир итә, ул шул тиклем яҡшыраҡ һаҡлана.
4. Һыуҙы бер тапҡырҙан да артыҡ ҡайнатмағыҙ – уның барлыҡ файҙалы сифаттары юҡҡа сыға. Таҙа, фильтр аша үткәрелгән һыу эсергә тырышығыҙ.
5. Көнөнә ике литр самаһы һыу эсегеҙ. Был организм тулы ҡеүәтендә эшләһен өсөн кәрәк.
6. Һәр саҡ яҡшы кәйефтә булырға тырышығыҙ. Депрессия, стрестар организмға ҙур зыян килтерә, иммунитетты ҡаҡшата, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген боҙа. Гел асыуланыу, ярһыу кисергән кеше тиҙ ҡартая.
7. Йоҡо туймау сәләмәтлекте ҡаҡшата һәм үҙ-үҙеңде тойоуҙы насарайта. Төн уртаһынан һуң йоҡларға ятыу һәм иртәнге 7-нән дә алда тороу һирәк осраҡта ғына булырға тейеш.
8. Туҡланыу рационында гел сәтләүектәр булһын. Улар витаминдарға бай, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла.
9. Тәмәке тартыуҙан һырҙар тиҙерәк барлыҡҡа килә һәм ҡартайыу процестары тиҙәйә. Йәш, матур ҡиәфәтле булыу – гүзәл заттарҙың хыялы ғына түгел, ир-аттар ҙа был хаҡта уйлана. Әммә тәмәке тартыу эске ағзаларға ғына насар тәьҫир итеп ҡалмай, тышҡы ҡиәфәткә лә ифрат ҙур йоғонто яһай. Шуға ла тәмәкеселәр бер ваҡытта ла үҙ йәшенән йәшерәк күренмәй.
10. Һабын һәм душ өсөн гель менән аҙнаһына ике тапҡыр ғына ҡулланырға тырышығыҙ. Юҡһа улар тиренең һаҡлаусы май ҡатламын юҡҡа сығара, уның тиҙ ҡартайыуына килтерә.
11. Ыңғай хис-тойғо сығанағын эҙләгеҙ. Ял итеп алығыҙ, мөхитте үҙгәртегеҙ, яңылыҡтарҙы һынағыҙ, алсаҡ кешеләр менән аралашығыҙ.
12. Витаминдарҙы көн һайын ҡулланығыҙ.
13. Күберәк хәрәкәт итегеҙ! Лифттан баш тартығыҙ, велосипедта йөрөгөҙ, автобустан бер туҡталҡаға алдараҡ сығығыҙ.
14. Физик әүҙемлек һынды яҡшырта һәм психологик яҡтан бушаныуға килтерә. Физик күнекмә яһаған, йүгергән кешеләрҙе тәҙрә аша ғына күҙәтеү етәр, улар рәтенә баҫығыҙ! Үҙгәрештәр көттөрмәҫ.
15. Яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ. Йәшегеҙ артҡан һайын, яратҡан эшегеҙ көсөгөҙҙө, хәлегеҙҙе, тормош энергияһын күберәк аласаҡ. Шуға ла күңелгә ятҡан шөғөл табыу мөһим. Әгәр ҙә ул килем дә килтерһә, тағы ла яҡшыраҡ.