Һәр кем үҙ иңенә төшкән заманды артмаҡлай. Бөгөн донъяны ялмаған GOVID-19 инфекцияһы беҙҙең быуын алдына ла ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән сираттағы брифингта бөгөн республикала инфекция менән бәйле үҙгәрештәр, талаптар хаҡында һүҙ барҙы.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тәүлек эсендә коронавирус менән бәйле хәлгә күҙәтеү яһап, яңылыҡтарға, һандарға туҡталды. Сир раҫланған бөтә пациенттар һаны - 16, шик аҫтына алынғандар – 117, шул иҫәптән 11 бала стационарҙа. Дауахананан һауығып сыҡҡандар һаны алтыға етте.
Министр белдереүенсә, республика клиник дауаханаһында вафат булған пациенттың үлем сәбәбе инфекция менән бәйләнмәгән, тимәк, Башҡортостанда коронавирустан һәләк булған ауырыуҙар әлегә юҡ. Был мәсьәлә, әлбиттә, табиптарҙың яуаплылығында, артабан да уға асыҡлыҡ индерелер. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Рәсәйҙә генә түгел, республикала ла үткәрелгән тест һаны арттырылған. Башҡортостанда ошо көнгә тиклем 11 958 тест үткәрелгән.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәев республика дауаханаларында йоғошһоҙландырыу эштәренең нисек башҡарылыуы хаҡында һөйләне. Максим Забелин әйтеүенсә, карантиндағы республика дауаханаһында табиптар өсөн йоҡо, ял бүлмәләре йәйелдерелгән, социаль селтәрҙәге “ашарға юҡ”, ”аҙыҡ-түлек етешмәй” тигән хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй.
Бала табыу йорто ла карантинда. Яңы пациенттарҙы әлегә ҡабул итмәйҙәр, йөклө ҡатындар өсөн маршруттар билдәләнгән, борсолорға урын юҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.