Сәләмәт булайыҡ
10 Апреля 2020, 13:40

Файҙалы кәңәштәр

Бәшмәк йыуыу сере


Шампиньон (көләпә) бәшмәген шик ҡал­дыр­маҫлыҡ итеп йыуыу өсөн һауытҡа һыу тул­тырғас, бер-ике ҡа­лаҡ он һа­лырға кәрәк. Болғатып алғас, бәш­мәк­те ошо һыуҙа йыуы­ғыҙ. Он көләпәләге бар­лыҡ ту­ҙан-бысраҡты үҙе­нә һең­дерер. Унан һуң бәш­мәктәрҙе таҙа һыуҙа сайҡатып алығыҙ.


Май һеңдермәһен тиһәгеҙ...


Баклажан майҙы бик ныҡ һең­дермәһен өсөн ҡыҙҙырырға һалғансы биш минут самаһы һыуҙа бешереп алырға кәрәк. Артабан, ҡоротоп, майҙа ҡыҙҙырырға була.


Он хикмәттәре


Уны һатып алғанда, етештереү ваҡытына ҡарағыҙ. Яңы ғына тарттырылған он ҡамыр ризыҡтары өсөн бармай, сөнки насар күперәсәк, тәме лә сөсөрәк буласаҡ. Тирмәндән сыҡҡас, онға бер ай самаһы “өлгөрөү” файҙаға ғына.
Читайте нас