Сәләмәт булайыҡ
10 Апреля 2020, 12:30

Сирлеләр һаны арта

Министрҙың әйтеүенсә, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы хәҙер инфекция дауаханаһы сифатында эшләйәсәк, был хәл федераль һаулыҡ һаҡлау органдары менән килешелгән.

Коронавирус инфекцияһы илдә хакимлек итеүен дауам итә. Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Govid-19 вирусы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта тәүлек эсендә булған үҙгәрештәр, алдағы кисектергеһеҙ саралар тураһында һүҙ барҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала инфекцияны йоҡтороусылар - 40, cтационарҙа шик аҫтындағылар - 209, дауаханан һауығып сыҡҡандар һаны -7 кеше.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Марина Скотарева билдәләүенсә, республикала 15 меңдән ашыу тест үткәрелгән. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев Рәсәйҙә инфекция раҫланған кешеләрҙең һаны артыуын, 11 917 ауырыу тәшкил итеүен билдәләне. Республикала әле өс дауахана карантинда, икәүһе Стәрлетамаҡта, береһе – Мәләүез үҙәк дауаханаһы. Министр Онкология диспансерында коронавирус йоҡтороу осрағының булыуын кире ҡаҡты. Әле Дим биҫтәһендәге дауаханала вируслы пневмония менән 55 пациент дауалана. Әйтеүҙәренсә, был сирҙең Govid-19 инфекцияһының бер сағылышы булыуы ихтимал. Ғөмүмән, пневмония асыҡланған бөтә ауырыуҙарҙы тап ошо дауаханаға килтерәсәктәр. Өфөләге 8-се дауахана киҫкен респиратор сирҙәренә юлыҡҡандарҙы ҡабул итәсәк.
Республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ һәм гинекология бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттары араһында инфекция табылмаған, оҙаҡламай унда йоғошһоҙландырыу эше башланасаҡ һәм 14 көнгә карантинға ябыласаҡ. Министрҙың әйтеүенсә, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы хәҙер инфекция дауаханаһы сифатында эшләйәсәк, был хәл федераль һаулыҡ һаҡлау органдары менән килешелгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас