Сәләмәт булайыҡ
10 Апреля 2020, 20:25

Июндә эш башлаясаҡ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районындағы ваҡытлыса клиника-диагностика инфекция үҙәгенең төҙөлөш барышын ҡараны.

10 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районындағы ваҡытлыса клиника-диагностика инфекция үҙәгенең төҙөлөшө барышын ҡараны.
Был объекттың дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр тәшкил итә, ул тиҙ күтәрелгән модулле конструкцияларҙан тора. Комплекста 100, шул иҫәптән тәүлек әйләнәһенә эшләй торған 82 бокс-палата, 18 реанимация урынлашасаҡ. Унда шулай уҡ диагностика, дезинфекция, лаборатория, аптека һәм стерилләштереү бүлексәләре буласаҡ.
Үҙәк 470 кешене ҡабул итә аласаҡ. Комплексты кәрәкле барлыҡ медицина ҡорамалдары менән йыһазландырасаҡтар, шулай уҡ 72 үпкәне яһалма елләтеү аппараты ҡуйыласаҡ.
Объекттың яҡынса хаҡы – 1,797 миллиард һум. Ошо сумманың 826 миллион һумын ҡоролмалар алыуға тотоноу ҡаралған.
Үҙәк тәүге пациенттарын июндә ҡабул итә аласаҡ. Ә 14 апрелдә ул 46 медицина хеҙмәткәренә ваҡытлыса ятаҡ итеп тапшырыласаҡ.
Төҙөлөш менән бер рәттән, бинаның эргә-тирәһе йәшелләндерелә башланы, тәүге 20 шыршы ултыртылған да инде. Бында барыһы 300-ҙән ашыу ылыҫлы һәм япраҡлы ағас ултыртыу ҡаралған.
Журналистар менән һөйләшкәндә Радий Хәбиров әле карантинға ябылған Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәл хаҡында ла әйтте.
"Үткән йәкшәмбе, хатта саҡ ҡына иртәрәк, Республика клиник дауаханаһында инфекция эләктергәндәрҙең барлыҡҡа килеүен аныҡ асыҡлағайныҡ. Әле коронавирус икәүһендә генә раҫланған. Был ваҡыт эсендә меңдән ашыу кешегә – пациенттарға ла, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә – тест тикшереүе үткәрелде. Күптәрҙең күрһәткесе – кире. Ә 150-170 тирәһе кешенең диагнозы әле раҫланмаған. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был һандың тағы кәмеүе ихтимал, – тине төбәк етәксеһе. – Әлегә икенсе һорау тора. Республика клиник дауаханаһында үткәргән карантин сараларын ашығыс тамамлау зарур. Шуға ярҙам кәрәк булған табиптарҙың һәм пациенттарҙың бер өлөшөн Дим инфекция дауаханаһына күсерҙек. Корпустарҙың бер өлөшөн ябабыҙ, кешеләрҙең бер өлөшөн изоляторға ебәрәбеҙ. Беҙҙең пландар буйынса, яҡынса шаршамбыла Республика клиник дауаханаһы биләмәһен тулыһынса бушатасаҡбыҙ, мотлаҡ дезинфекциялау эштәрен атҡарасаҡбыҙ, һәм медицина учреждениеһында ҡайтанан хеҙмәтләндереү башланасаҡ.
Радий Хәбиров ауыр хәлдә лә эшләүен, дауалауын дауам иткән табиптарға түҙемлектәре, сыҙамлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас