Үҙизоляция режимы нисек үтәлә? Был айырыуса сит илдәрҙән, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡайтҡан, сирлеләр менән, айырыуса Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына мөнәсәбәте булғандарға ҡағыла. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер Ленара Иванова бындай граждандарҙы тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Дөйөм алғанда 10777 адрес тикшерелгән. Уларҙың 93 проценты талаптарҙы үтәй. Ленара Иванова белдереүенсә, тәүҙә кешеләрҙең ни бары 37 проценты ғына үҙизоляция режимын үтәй ине.
– Республика клиник дауаханаһына бәйле, беҙгә 3238 адрес буйынса мәғлүмәт килде. Беҙ йома улар буйлап йөрөй башланыҡ. Үҙизоляция режимын 89 процент кеше үтәй. Талапты боҙған 81 кеше асыҡланған (3 процент). 5 проценты күрһәткән адрестар буйынса йәшәмәй, – тине Ленара Иванова.
Мәскәү менән бер рәттән хәҙер Санкт-Петербургтан килгәндәрҙе лә тикшерә башлағандар. Улар самолет менән дә, поезд, автобустар менән дә ҡайта. Мәскәү буйынса бөтә адрестар буйынса ла йөрөп сыҡҡандар. Бында дисциплина насарыраҡ. Тик 70 процент ҡына режимды үтәй. Кешеләрҙең 14 проценты күрһәткән адрес буйынса йәшәмәй йәки ишек асмаған.
65 йәштән өлкән кешеләр һәм хроник сирлеләр буйлап та йөрөү күҙаллана. Барлығы 35 мең адрес буйынса тикшереү үткәреләсәк.
Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара совет секретары Алексей Касьянов белдереүенсә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан килгән автобус бәйләнешен контролдә тотасаҡ. Мәҫәлән, ял көндәрендә генә, 10-12 апрелдә ике ҡаланан Башҡортостанға автобустар менән 626 кеше килгән. Уларға ла 14 көнлөк карантинда ултырырға кәрәк.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 марттан 12 апрелгә тиклем Рәсәй сиктәрен 23409 Башҡортостан кешеһе үткән. Уларҙың 12-13 меңе даими рәүештә республикала йәшәй. Бөгөн уларҙың 539-ы ике аҙналыҡ карантинда. Ҡалғандары был осорҙо үткәрҙе һәм башҡалар өсөн хәүеф тыуҙырмай.