Бөгөнгө хәлебеҙ барыбыҙ өсөн дә аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек булды, ләкин ҡул ҡаушырып, ҡурҡып өйөңдә бикләнеп ултырыу, битлек тегеү менән бер рәттән, тыуған яҡтың теләһә ҡайһы вирусҡа ҡаршы торорлоҡ ризыҡтарын, үләндәрен дә ҡулланһаҡ, шәп булыр ине. Шулай уҡ үҙебеҙҙең эске халәтебеҙҙе лә иммунитетты ҡаҡшатмаҫлыҡ дәрәжәлә тотайыҡ.
Тәүге әйтер һүҙем шул: йәй буйы аяҡ аҫтында тапап йөрөгән әремебеҙ иҫ киткес көскә эйә. Ул – тәбиғи антибиотик. Ошо көндәрҙә әремде киң ҡулланырға тырышығыҙ. Вирустарға үрсергә ирек бирмәһәк, улар үрсемәй, әрем уларҙы туҡтата.
Көн уртаһында, ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс, ауыҙығыҙға аҙ ғына, сәскәһе тиклем генә бер-ике бөртөк әремде ҡабып, сәйнәп алығыҙ. Быны көнөнө өс-дүрт тапҡыр ҡабатлағыҙ. Кисен, йоҡларға ятырға ярты сәғәт ҡалғас, сәй ҡалағының осонда ғына әремде ярты стакан һыуҙа төнәтегеҙ, ун биш минуттан һөҙөп эсегеҙ. Бик көслө булһа, аҙыраҡ эсегеҙ. Ғаиләгеҙ ағзаларына ла эсерегеҙ. Ул үпкәне таҙартып, тын юлдарындағы лайланы киптереп тора, эсегеҙҙе таҙа тота. Ниндәй генә вирус инһә лә, үрсеп китә алмай, сөнки әрем быға юл ҡуймай.
Әрем булмаһа, уҫаҡ ҡайырыһы ла, имән ҡайырыһы ла, ҡарағас ылыҫы ла шундай уҡ көскә эйә. Һарымһаҡты турап, йылы һыу менән йотоғоҙ. Бер юлы бер нисәне йоторлоҡ, йәғни ваҡ ҡына итеп турағыҙ. Төш еткәс, аҙ ғына ҡырҡып алып, сәйнәгеҙ, теләһәгеҙ, йотоғоҙ.
Ҡайын бөрөһө, ерек тубырсығы ла шундай көскә эйә. Уларға спирт һалып, төнәтмә яһап эсергә лә була. Көтөп торорға кәрәк тимәгеҙ, бөгөн һалһағыҙ, ике көндән эсә лә башлағыҙ.
Ә беҙҙең яҡтың ниндәй ризыҡтары вирусҡа ҡаршы тора ала, тигән һорау тыуһа, мин ошондай яуап бирәм. Бик күп! Ҡымыҙҙы алайыҡ. Һуғыш ваҡытында партизандар уның менән хатта гангренаны ла дауалаған, яраларҙы йыуған. Кәзә һөтөнән дә, бейә һөтөнән дә ярай. Әсетеберәк эсергә тырышығыҙ. Әсегән ҡымыҙҙа зарарлы вирус һәм бактерияларға, ҡорттарға ҡаршы торорлоҡ файҙалы бактериялар барлыҡҡа килә, улар хатта һуңғы стадияға еткән туберкулез таяҡсаларын юҡҡа сығара.
Әсе ҡороттан һурпа яһап ашағыҙ, туңдырылғаны, киптерелгәне лә һәйбәт була. Күберәк ҡыҙыл әсе борос, ваҡ ҡына итеп турап һуған һалығыҙ. Ҡорот һыуы – эркет тә ғәләмәт көскә эйә, хатта эстә барлыҡҡа килгән таштарҙы иретә.
Уйлап ҡарағыҙ, был бит иҫ киткес шәп ризыҡ! Ташты иретә, ә беҙҙең организмға зыян һалмай. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең беҙҙең халыҡ өсөн биргән хикмәте. Һөт ризыҡтарынан әсе ҡатыҡ та шундай көскә эйә. Йәшел тәмләткестәрҙе, ғөмүмән, көн һайын ашап тороғоҙ. Әсе ҡатыҡ та – көслө антисептик.
Прополис та – бик көслө антисептик. Уны ла, шырпы башы ҡәҙәр өлөшөн ҡабып, ауыҙығыҙҙа һурып йөрөгөҙ. Сәйнәп бөткәс тә төкөрөгөҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр сәйнәргә була. Ғөмүмән, был көндәрҙә умартасылыҡ ризыҡтарын әүҙем ҡулланырға кәрәк.
Вирусҡа үҫергә ярҙам итә торған ризыҡтарҙан тыйылып торһағыҙ, шәп булыр. Иң тәүҙә магазин сүпрәһендә бешкән ҡамыр ризыҡтарынан ҡәтғи тыйылығыҙ.Ҡомалаҡтан сүпрәгеҙ булмаһа, сөсө икмәк ашап тороғоҙ, сөнки синтетик сүпрәләр барыһы ла – вирустарға ризыҡ. Быны күптән иҫбатлағандар. Татлы ризыҡты ныҡ кәметегеҙ. Бигерәк тә шәкәр ҡушып бешерелгән печенье, кәнфиттәрҙе балаларға бирмәйенсәрәк тороғоҙ.
Бер ҙә бирмәҫлек форсат ҡалдырмайҙар икән, бешмәгән кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә салаттары ашатырға тырышығыҙ. Улар ошо татлы ризыҡтар арҡаһында барлыҡҡа килгән зыянлы шарттарҙы юҡҡа сығара, ашҡаҙанды, эсәктәрҙе лайланан таҙарта. Хатта вирус эсәккә тиклем төшһә лә, үрсей алмаясаҡ. Шәкәр шулай уҡ вирустар өсөн ризыҡ булып тора.
Ит ризығын салаттар менән йәки күберәк һуған ҡушып ашағыҙ. Эсегеҙҙә ит оҙаҡ ятмаһын, итте күп ашаһағыҙ, физик эш башҡарырға тырышығыҙ, ул тарҡалып сығып бөтө, эстә сереп ятмай. Ана шул сереп ятҡан ҡалдыҡтарҙа бар сирҙәр үрсей ҙә. Күберәк бешмәгән кишер, сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп ашағыҙ. Шәкәр, ҡаймаҡ һалмағыҙ, үҫемлек майы ғына.
Көн үҙәгендә ҡайнарыраҡ һыу эсергә тырышығыҙ. Сәй кеүек итеп, әммә сәйҙән башҡа. Үлән сәйҙәре, бал, кипкән емештәр файҙалы.
Картуфты ла бик күп ашарға тырышмағыҙ. Картуф шулай уҡ эсәктәргә йәбешеп оҙаҡ ята, серей. Мейестә тәгәрәтеп ашағыҙ. Кәбеҫтә йәки сөгөлдөр аштарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Бутҡаларға күсегеҙ.
Эс ҡатыу, ваҡытында бәҙрәфкә йөрөмәү күренештәре булырға тейеш түгел. Эстә ҡатып ятҡан ризыҡ ҡалдыҡтары вирустар өсөн бик уңайлы, тиҙ үрсеүгә этәргес. Ризыҡтарға тәмләткестәр, бигерәк тә әсе борос ҡушып ашау мөһим. Һуған салаты ашарға тырышығыҙ.
Ҡыҫҡаһы, ашаған-эскән ризығыбыҙ тулыһынса теләһә ҡайһы вирусты һәләк итерлек һәм организмдың иммунитетын күтәреп торорлоҡ булырға тейеш. Күңелегеҙгә ҡурҡыу тойғоһо индермәгеҙ, тыныс булығыҙ, матур кинолар ҡарағыҙ, музыка тыңлағыҙ. Ҡурҡыу кешене көсһөҙләндерә, теләһә ҡайһы дошман алдында көсһөҙ яһай.
Вирус ваҡытында спиртлы эсемлектәр ҡулланырға кәрәк тигән нигеҙһеҙ мәғлүмәт тә интернетта осрап тора. Мин иһә, вирус һеҙҙең менән бергә иҫерә лә, айыға ла, баш та төҙәтә, тип әйтер инем, шуға күрә был уйҙырмаға ышанмағыҙ. Араҡы йәки башҡа спиртлы шыйыҡса тыштан ҡулдарҙы эшкәртергә антисептик була ала, ләкин эстән кешене иҫәрләндереүенән башҡаға һәләте юҡ. Ҡыҫҡаһы, айыҡ аҡылды юғалтмағыҙ.
Сәләмәт булығыҙ! Аллаһ Тәғәләбеҙ ошо көндәрҙе үҙенең ярлыҡауынан ҡалдырмаһын, был һынауҙы юғалтыуһыҙ, иҫән-аман үтергә яҙһын!