Зилә Аҫылғужина – Мәжит Ғафуриҙың яҡташы, Еҙем-Ҡаран ауылынан. Һуңғы 15 йылда Испанияның баш ҡалаһы Мадридта йәшәй. Алты телде белә, әлеге ваҡытта ҡытайсаны ла өйрәнә, сөнки эшмәкәрлегенә бәйле, был ҡатмарлы телде белеү фарыз.
“Башҡортостанға йыл һайын ашҡынып-ашығып ҡайтам, милләттәштәремде күреп-аралашып, илһамланып, рухланып китәм. Европа, һис шикһеҙ, тарихи-мәҙәни мираҫы, архитектураһы менән данлы, ә тыуған яғымдың төп үҙенсәлеге – иҫ киткес тәбиғәтендә”, – тигәйне Зилә былтыр йәй Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып килгәндә.
Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, Европала хәлдәр киҫкенләшеүен мәғлүмәт саралары аша күреп-ишетеп торғанға, Зилә менән интернет аша бәйләнешкә сыҡтыҡ. Ул Испаниялағы эпидемияның иң киҫкен осоронда ла Мадридта ҡалды. Беҙгә иһә түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
– Беҙ 13 марттан изоляциялабыҙ, фатирҙа ултырабыҙ. Быға тиклем остеопатия буйынса ойошторған онлайн курсты өйҙән алып барам. Белемде камиллаштырыу буйынса үткәрелгән онлайн курста ла ҡатнашам. Морат улым университетта уҡыуын шулай уҡ онлайн тәртибендә дауам итә. Телевизорҙы бик ҡабыҙмаҫҡа тырышабыҙ: иртәле-кисле яңылыҡтар ғына тыңлайбыҙ, сөнки кире мәғлүмәт күп, теләһәң-теләмәһәң дә, уға ҡолаҡ һалырға тура килә. Хәлебеҙгә күнектек. Быға тиклем өйҙә был тиклем оҙаҡ ултырғаныбыҙ юҡ ине, әлбиттә. Барлыҡ ғаиләләрҙәге кеүек, ваҡыт йорттағы мәшәҡәттәр менән үтә.
Март аҙағында Испанияла хәл бигерәк киҫкенләште, айырыуса Мадридта коронавирус инфекцияһынан тәүлегенә меңәрләгән кеше үлә башланы. Ә бит иҫкәрткәйнеләр! Мин 8 Март байрамына Рәсәйгә ҡайтып килдем. Шул саҡта Италияла эпидемия башланғаны мәғлүм булды, әммә беҙҙең илдә быға бик тыныс ҡаранылар, самолетҡа ултырғанда артыҡ тикшереүсе лә булманы. Сиктәр асыҡ ҡалды, иҫкәртеүҙәргә халыҡ иғтибар ҙа бирмәне. Аэропортта ғына Италияға ҡайһы бер рейстарҙың туҡтатылғанын күрҙем. Төркиә аша остоҡ. Унда иһә тән температураһын үлсәнеләр, Өфөгә килеп төшкәс тә, ошо уҡ процедураны үттек. Башҡортостанға килгәс, сит илдән ҡайтҡандарҙы үҙ-үҙҙәрен изоляцияларға ҡушыуҙарын күреп, бер аҙ аптыраным хатта, сөнки беҙҙә тәүҙән үк ундай саралар күрелмәне.
...Февраль аҙағында әле, ҡәҙимгесә эшләп йөрөгәндә, Гонконгтан бер ҡытай кешеһе менән аралашырға тура килгәйне. Ул эш буйынса Мадридҡа килгән, ҡунаҡханала йәшәй. Тәржемәсе менән барып, ресторанда ашай ҙа бүлмәһенә кире ҡайта. Ул, Испаниялағы битарафлыҡты күреп: “Бына күрерһегеҙ әле: тағы бер ун көн йәки иң күбе – ике аҙна үтһен дә һеҙҙең илдә хаос башланыуы бар”, – тигәйне.
Мин иһә шул арала бер нисә көнгә булһа ла Рәсәйгә ҡайтып килә алыуыма ҡыуанам. Испанияла барыһы ла “тиҙ генә үтеп китә ул” тип уйланы. Унда, туризм үҫешкән ил булғас, сит илдәр менән авиабәйләнеш бик көслө, ҙур порттар эшләй, шул иҫәптән Италия, Ҡытай менән дә сиктәр һәр саҡ асыҡ булды. Ваҡытында ул тарафтарҙан килгән рейстарға тейешенсә иғтибар бирелмәгәс, хәрәкәт бөтөнләй сикләнмәгәс, инфекция илде тиҙ арала баҫып алды.
Рәсәйҙәге ҡайһы бер кешеләрҙән: “Европа халҡы киҙеүгә нығыраҡ дусар, уларҙың иммунитеты түбән, антибиотиктарҙы күп итеп ҡулланалар, шуға ла йоғошло сиргә ҡаршы тора алмайҙар”, – тигәнерәк фекер ишеткәнем бар, әммә бының менән килешеп етмәйем. Испанияла ла кешеләр ҡәҙимге респиратор инфекциялар, киҙеү менән сирләй, шулай уҡ миҙгел башланыр алдынан прививка яһата. Антибиотиктар иһә бында фәҡәт рецепт менән һатыла. Шулай ҙа уйланырға урын бар: кешелек тарихындағы ҙур эпидемияларҙың күберәк Европа кешеләрен ҡырғаны мәғлүм...
Коронавирусҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, әлеге ваҡытта беҙҙәге медицина хеҙмәткәрҙәренең 15-20 проценты коронавирус йоҡторған, тиҙәр. Был һан, бәлки, юғарыраҡтыр. Ә хәл ҡатмарлы: персонал етмәй, кешеләрҙе дауаларлыҡ, хеҙмәтләндерерлек көстәр аҙая бара. Уларға һаҡланыу саралары етмәгәне лә мәғлүм, хатта иң ябайы ла юҡ. Ошонан сығып, Испания эпидемияға бөтөнләй әҙер булмаған, тип әйтергә була. Әйткәндәй, күп медицина хеҙмәткәрҙәре әле лә власть әһелдәренә күпләп ялыу яҙа: эшләргә мәжбүрҙәр, ә һаҡланыу форсаты юҡ. Хатта провинцияларҙа медицина персоналының ҙур сүп-сар тоҡтарына уранып эшләгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Бына ошондай шарттарға килтереп еткерҙе пандемия.
Һандарға килгәндә, Мадридта 37 дәүләт дауаханаһы бар, шуларҙың дүрттән бер өлөшө генә коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙе ҡабул итеү өсөн яраҡлаштырылған. Ҡалған дауаханалар был процеста ҡатнашмай, шәхси клиникалар бөтөнләй ябыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фәҡәт яуапһыҙлыҡ, битарафлыҡ ҡына Испанияны шундай аяныслы хәлгә төшөрҙө. Мин иһә яҡташтарым был хатаны ҡабатламаҫ, ауыр ваҡыттарҙы сабыр итеп үткәрер, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын боҙмаҫ, үҙҙәрен һәм яҡындарын һаҡлар тип өмөтләнәм, – тип һөйләне Зилә.
Ошо яҙманы баҫырға әҙерләгән ваҡытта, апрель башында, сирләүселәр һаны буйынса Ҡытайҙы ла уҙып киткән Италия менән Испанияла, ниһайәт, Covid-19 вирусы таралыу күрһәткестәре түбәнәйә башланы, тип белдерҙеләр, әммә тынысланырға иртәрәк әле, сөнки пандемия бында ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерҙе.
Мәғлүм булыуынса, унда тәүлегенә меңәрләгән кеше үлгән, табиптар хатта барыһына ла ярҙам күрһәтеп өлгөрә алмаған. Илдә 15 мартта индерелгән карантин режимы 25 апрелгә тиклем оҙайтылған, сикләү саралары июнь-июлгә тиклем дауам итәсәк, ти эксперттар.