Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель 2020, 15:50

Иртәгә Таиландтан туристар ҡайта...

"Әгәр осоу ваҡытында бер кешенең булһа ла температураһы күтәрелһә, уларҙың бөтәһен дә изоляторға урынлаштырыу буйынса ҡарар ҡабул итәсәкмен".

Иртәгә, 17 апрелдә, Өфөгә “Урал һауа юлдары” авиакомпанияһының махсус борты Таиландтан туристарҙы килтерә. “Роспотребнадзор”ҙың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандан 62 һәм күрше төбәктәрҙән 35 кешенең ҡайтыуы көтөлә.
Санитар табиптар муниципалитет башлыҡтарына транспорт табып, кешеләрҙе өйҙәренә алып барырға һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына ебәрергә кәңәш итә.
“Пермдән 10-15 туристы, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән берәр кешене үҙебеҙҙә обсервацияға урынлаштырырға тейешбеҙ”, – тине “Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә килгән бөтә туристарҙы ла обсерваторға ябыу ихтималлығы тураһында белдерҙе.
"Әгәр осоу ваҡытында бер кешенең булһа ла температураһы күтәрелһә, бөтәһен дә изоляторға урынлаштырыу буйынса ҡарар ҡабул итәсәкмен. Әгәр улар беҙгә коронавирус алып ҡайта икән, тағы яңы "усаҡ"тар килеп сығыуы ихтимал, – тине Радий Хәбиров. – Аңлайым, кешеләр арыған - ай буйы сит илдә булдылар. Беҙ уларға нормаль шарттар булдырасаҡбыҙ, тик яңы сир "усаҡтары"на юл ҡуймаясаҡбыҙ. Мин популяр булмаған ҡарар ҡабул итәм. Беләм, Алыҫ Көнсығышта обсерватор булдырғылары килмәй ине. Кәрәк икән, көс ҡулланырға тура киләсәк".
Фото: ok.ru
Читайте нас