Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған бөгөнгө брифингта тәүлек эсендә 42 кешенең сирҙе йоҡтороу осрағы асыҡланды. Был кисәге һандан ике тапҡырға күберәк. Хәҙерге ваҡытҡа инфекцияны йоҡтороусылар 191 кеше тәшкил итә, барлығы алты үлем осрағы теркәлгән. Стационарҙа әлегә 336 пациент сирҙең раҫланыуын йәиһә раҫланмауын көтөргә мәжбүр.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәевтең белдереүенсә, Рәсәйҙә сир осраҡтары артыуын дауам итә. 16 апрелгә 27 938 ауырыу теркәлгән, бер тәүлектә инфекцияны йоҡтороусылар һаны 3 448-гә күбәйгән. Республикала бер нисә дауахана карантинға ябылған. Өфөлә Республика клиник дауаханаһынан башҡа 22-cе, 21-се, 8-се дауаханалар өлөшләтә ябылған, шулай уҡ республика онкология диспансерының ике бүлексәһе карантин режимында эшләй.
Республикала Бөрө, Октябрьский ҡалаларының үҙәк дауаханалары, Стәрлетамаҡта 1-се, 2-се һәм Салауат, Ишембай дауаханалары карантинда. Республиканың бөтә райондарында тиерлек инфекцияның таралыу сәбәбе республика клиник дауаханаһындағы хәл менән бәйле. Бәйләнештә булғандар асыҡланған, эпидемиологик саралар үткәрелә, тине Венер Изекәев.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.