Сәләмәт булайыҡ
19 Апреля 2020, 10:15

Күңелде хәүеф "кимерһә"...

Был сирҙең тәрәнгә китеүе ихтимал. Унан ҡотолоуға түбәндәге кәңәштәр ҙә ярҙам итә алыр. Яҡты уй-хыялдар менән йәшәйек, сәләмәт булайыҡ!

Күңел төшөнкөлөгө, һәр ваҡыт нимәгәлер хәүефләнеү сәбәпле төрлө психик сирлеләр йылдан-йыл күбәйә, ти психологтар.

Әлбиттә, ауырыу етди икән, белгескә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ, ә еңелсә, ваҡытлыса булһа, түбәндәге кәңәштәр ярҙамға килә алыр.

Ниндәй табипҡа күренгәндә лә, иң беренсе ул пациентынан туҡланыу рәүеше менән ҡыҙыҡһынасаҡ. Мәҫәлән, ҡандағы шәкәр кимәле түбән төшһә, организмда хәүеф тойғоһо көсәйә икән. Шуның өсөн иртәне аҡһымға бай ризыҡ ашау менән башларға тәҡдим ителә, шулай уҡ рационға сәтләүектәр, борсаҡ төркөмөндәге аҙыҡ, балыҡ һәм йәшел ҡыяҡлыларҙы индерергә кәрәк.

Шулай уҡ күңелде гел генә нимәлер өйкәп, шомландырып торғанда, ҡулға эш бармағанда, бөтәбеҙгә лә билдәле ромашка төнәтмәһен эсергә була - ул тынысландырғыс көскә эйә.

Хәүеф тойғоһоноң Д һәм В12 витаминдары етмәгәнлектән үҫешеүе мөмкин, ти табиптар, шуға был файҙалы элементтарға организм ҡытлыҡ кисерергә тейеш түгел.

Ароматерапия - борондан ҡулланылған тынысландырыу көсөнә эйә көслө сара. Лаванда һәм лимондың эфир майҙарын бүлмәлә еңелсә таратыу ҙа тойғоларҙы ыңғай яҡҡа көйләй, йоҡоно яҡшырта.

Кәйеф һәр саҡ һәйбәт, күңел сәләмәт булһын өсөн яҡшы йоҡларға кәрәк. Мейенең хис-тойғо өсөн яуаплы өлөштәре беҙгә тыныслыҡты һаҡларға ярҙам итә, ә улар үҙ сиратында йоҡоноң туймауына бик һиҙгер. Насар йоҡлағандарҙа хәүеф тойғоһо көсәйеп, күңел сиренең тәрәнгә китеүе бар.

Икенсе кәңәш тураһында күп яҙмаһаҡ та аңлашылалыр: даими физик күнекмәләр психик торошто яҡшырта, хәүефлелек билдәләрен ҡырҡа кәметә. Белгестәр әйтеүенсә, яңғыҙлыҡта ҡалып, һулышығыҙ менән идара итергә өйрәнеү яҡшы. Көнөнә бер нисә тапҡыр тәрән итеп тын алып, әҙерәк эстә тотҡарлай биреп, яйлап сығарырға өйрәнегеҙ. Быны һәр кем эшләй ала. Ошо күнекмәләрҙән һуң, ысынлап та, борсолоуҙар юҡҡа сыҡҡандай, күңел урынына ултырғандай була.

Төрлө хафалы уйҙарға бирелеүегеҙҙе шәйләй башлаһағыҙ, шул ваҡытты файҙалы шөғөл менән тултырырға тырышығыҙ. Уҡығыҙ, файҙалы тапшырыуҙар ҡарағыҙ, яратҡан ҡул эштәренә тотоноғоҙ, яҡшы кешеләр менән аралашығыҙ.

Фото: cz.pinterest.com
Читайте нас