Сәләмәт булайыҡ
22 Апреля 2020, 14:15

Коронавирус йөрөткән сирлеләр менән нисек бәйләнешкә инергә?

Дауаханала ятҡандарҙың туғандары уларҙың хәлен белә алмай йонсой. Билдәле, табиптарҙың да, пациенттарҙың да хәбәрләшеү мөмкинлеге юҡ һәм булмаясаҡ.

Бөгөнгө брифингта Ғ. Ҡыуатов исемендәге дауахана пациенттарының хәле, ундағы дауалау эшенең нисек ойошторолоуы мәсьәләләренә ҡағылған һорауҙар байтаҡ булды.
Был аңлашыла ла, республикала коронавирустан вафат булған 14 пациенттың туғыҙы тап ошонда дауаланған. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, дауаханала оҙаҡ дауаланыу арҡаһында сирҙе йоҡтороу хәүефе лә арта.
- Республика дауаханаһына бөтә райондарҙан килгән иң ауыр ауырыуҙар йыйылыуы һөҙөмтәһендә юғары вирус көсөргәнеше тыуҙы. Сирҙәре еңел түгел ине. Операциянан һуң ауыр хәлдәге йәки шәкәр диабеты менән ауырығандар. Өҫтәүенә оҙаҡ яттылар, - тип аңлатты министр урынбаҫары.
“Ни өсөн үлем осраҡтарына юл ҡуйылды?” тигән һорауға ошондай яуап алынды:
- Беҙҙә булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда – быныһы "Роспотребнадзор"ҙың эпидемиологик тикшереүе - тәүге (нулевой) пациент февраль айында, карантин саралары индерелгәнгә тиклем килгән. Уның инфекция сығанағы булыуын беҙ белә алманыҡ.
Хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Шуларҙың береһе - дауаханала ятҡандарҙың туғандары уларҙың хәлен белә алмай йонсой. Билдәле, табиптарҙың да, пациенттарҙың да хәбәрләшеү мөмкинлеге юҡ һәм булмаясаҡ, әммә был мәсьәләне лә хәл итеү юлы барҙыр, эҙләргә кәрәк, тигән һығымтаға килде брифингта ҡатнашыусылар.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас