Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта халыҡтан килгән көнүҙәк һорауҙарға ла яуап бирҙеләр.
Мәҫәлән, балаларға план буйынса эшләнергә тейешле привикаларҙы нисек яһатырға? Баш ҡалала йәшәгән бер ҡатын был һорауын һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға юллаған. Әйтеүенсә, Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан поликлиникаларҙың береһендә процедура кабинеты бикле тора, аңлатма биреүсе юҡ. Ведомство етәксеһе әлеге ваҡытта балаларға прививкалар эпидемик күрһәткестәргә ҡарап яһалыуын, һорауҙар булһа, министрлыҡтағы белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.
Кешеләрҙе “Ашығыс ярҙам”да эшләгән белгестәрҙең хәүефһеҙлеге лә борсой. Был йәһәттән уларға һаҡланыу саралары бирелгән, унан тыш автомобилдәр даими зарарһыҙландырыла, машина эсендәге һауаны ла махсус аппарат ярҙамында дезинфекциялайҙар. Ә инде коронавирус диагнозы раҫланған кеше транспортировкалау тураһында һүҙ барһа, был осраҡта медицина хеҙмткәрҙәре махсус кейем кейеп эшләй.
Коронавирусҡа алынған анализ өлгөләрен ташыу буйынса һорауға республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак яуап бирҙе. Биоматериалдар хәүефһеҙлек йәһәтенән өс төркөмгә бүленә, коронавирусҡа алынғандар икенсеһенә ҡарай. Анализ өлгөһө өс ҡат махсус һаҡланыу ҡаптарына төҙөлә, уның түгелеү йә ватылыу, тирә-яҡ мөхиткә эләгеү ҡурҡынысы юҡ. Унан тыш, был ҡаптар махсус һыуытҡыс эсендә ташыла. Транспортировканы махсус инструктаж үткән медицина хеҙмәткәре башҡара. Водителгә һәм медикка махсус кейем кейеү талап ителмәй икән.