Сәләмәт булайыҡ
23 Апреля 2020, 13:00

Бәләкәй булһа ла еңеү был!

Тәүге тапҡыр тәүлек эсендә һауыҡҡандар һаны яңы сирләп киткәндәрҙән күберәк.

Бөгөнгә ҡарата коронавирус менән сирләгәндәр статистикаһы шундай: 26 кешелә вирус табылған һәм 28 кеше был көндө тулыһынса һауығып өйөнә ҡайтҡан. Тәүге тапҡыр дауаланып сыҡҡан кешеләр һаны сирләгәндәрҙән күберәк.
– Тимәк, тәүлек эсендә һауыҡҡандар сирләй башлағандарға ҡарағанда күберәк. Был тенденцияны емерҙек тигән һүҙ түгел, тик барыбер яҡшы. Медицина ошолай эшләй икән, табиптарға ҙур рәхмәт, – тине Радий Фәрит улы.
Шул уҡ ваҡытта сит илдәрҙән туристар ҡайтыуын дауам итә. 17 апрелдә Таиландтан ҡайтҡан 68 туристың береһендә лә коронавирус асыҡланмаған. Әле улар “Йәйғор” шифаханаһындағы обсерваторҙа ике аҙналыҡ карантинда.
Ошонда уҡ 22 апрелдә Төркиәнән ҡайтҡан 28 һәм Һиндостандан ҡайтҡан 21 кеше урынлаштырылған. Әле улар анализ һөҙөмтәләрен көтә.
Был туристар Башҡортостанға Ҡазандан ҡайтҡан, сөнки самолет шунда килгәйне. Радий Хәбиров был йәһәттән уларҙы республикаға алып ҡайтҡан водителдәргә лә ниндәйҙер өҫтәмә аҡса түләү юлдарын табырға ҡушты.
Фото: rtp-news.com
Читайте нас