Сәләмәт булайыҡ
24 Апреля 2020, 14:20

Тағы бер дауахана карантинда

Йәй беҙгә нимә вәғәҙә итә? Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева әйтеүенсә...

Республикала тағы бер медицина учреждениеһы карантинға ябылды. Роспотребнадзор идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк дауаханаһының карантин исемлегендә тороусылар һанын арттырыуын белдерҙе. Уның ҡарауы Бөрө үҙәк дауаханаһына ҡарата сикләү саралары алынған. Шулай итеп, республикала ете медицина учреждениеһы карантинда.
Әлеге ваҡытта республиканың 246 кешеһе төрлө медицина учреждениеларында дауалана. Пациенттарҙың иң күбеһе республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында – 71 ауырыу, Өфөләге 8-се дауаханала -35, Бәләбәй үҙәк дауаханаһында – 29. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында 12 пациент дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, был дауахана пандемия бөткәнсе артабан да коронавирус йоҡтороусыларҙы ҡабул итәсәк. “Бәхетле көндәр” тыуғас, йәғни эпидемияны еңгәндән һуң, республика дауаханаһы элеккесә үҙ асылына ҡайтып, штаттағы эш режимына күсәсәк.
Йәй беҙгә нимә вәғәҙә итә? Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева әйтеүенсә, йылы көндәр башланыу менән вирус менән бәйле көсөргәнеш кәмейәсәк, әммә үҙ-үҙеңде һаҡлау, эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү бурысы һаҡланасаҡ.
Венер Изекәйев брифингта эш биреүселәргә ҡарата ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен иҫкәртеп, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе, санитария сараларын үтәүҙе тәҡдим итте. Уларҙың күбеһе яҡшы таныш, эшсе төркөмдәрен бүлеү, предприятиеға инеү урынында фильтр ойоштороу, ҡулдарҙы эшкәртеү, һауаны йоғошһоҙландырыу, эш урынында туҡланыуҙы тыйыу һәм башҡалар. “Ике сәғәт һайын иҙәндәрҙе йыуыу” тигән тәҡдим дә бик һәйбәт, тик уның бөтә учреждениеларҙа ла үтәлеүе генә бер аҙ шикләндерә.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас