Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Владимир Куликовты тәнҡитләне. Асыҡланыуынса, 25 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында төнгө клубтарҙың береһе асыҡ булған һәм унда кисә ойошторолған. Сараға күпләп йәштәр йыйылған. Клубта бер юлы 50-нән ашыу кешенең булыуы тураһында хәбәр ителә.
– Ял көндәре Стәрлетамаҡта үҙизоляциялау режимын нисек тотоуҙарын ҡарап, “һоҡланып” ултырҙым. Уларҙа хатта төнгө клубтар эшләй, унда йәштәр йөрөй, тормошҡа шатлана, бейей. Был мәғәнәһеҙлек, иғтибарһыҙлыҡ. Мин был проблемаға яуаплыраҡ ҡарарға саҡырам. Стәрлетамаҡ республиканың икенсе ҡалаһы, әгәр бында сирлеләр усағы барлыҡҡа килһә, һеҙ ғәйепле буласаҡһығыҙ. Танауығыҙ төбөндә төнгө клуб эшләп тороуын күҙаллай алманығыҙмы ни? – тине ҡала хакимиәте башлығына Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына был кисәне ойоштороусыларҙы яуаплылыҡа тарттырырға ҡушты.
“Һеҙҙең статистикаға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Зарарланғандар башлыса 18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр. Улар хәүеф аҫтында булғандары өсөн түгел, ә режимды боҙған өсөн эләгә, улар айырыуса әүҙемдәр. Бер кешенең ахмаҡлығы етә һәм беҙҙә сир усағы барлыҡҡа киләсәк. Был Стәрлетамаҡ мэры һәм башҡа муниципалитет башлыҡтары өсөн һабаҡ булырға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.