Сәләмәт булайыҡ
28 Апрель 2020, 10:00

Үлемдән ҡотҡарҙылар

Акушер-гинекологтар ауырлы ҡатынға ҡатмарлы операция үткәрҙе.

Мәсәғүт төбәк-ара перинаталь үҙәгендә табиптар ике ғүмерҙе ҡотҡарҙы. Акушер-гинекологтар ауырлы ҡатынға ҡатмарлы операция үткәреп, әсәне һәм сабыйҙы үлемдән йолоп алып ҡалды.
Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмөндә ошо хаҡта хәбәр ителгән. Ауырлы ҡатындың эсте ярып алыу әмәле (кесарево сечение) ярҙамында балаһын ҡотҡарыу менән бер рәттән, һыулы шеште алып ташлағандар. Шештең ҙурайыуы арҡаһында уның ярылыуы йәки түллекте сиратыуы, ҡан китеүе һәм һөҙөмтәлә сабыйҙың ғүмеренә хәүеф янауы мөмкин ине.
Бәхеткә күрә, әсә лә, бала ла иҫән-һау! ”Улар үҙҙәрен яҡшы тоя”, - тип хәбәр итә Мәсәғүт дауаханаһы табиптары.
Фото: Мәсәғүт район үҙәк дауаханаһы.
Читайте нас