Сәләмәт булайыҡ
30 Апреля 2020, 13:24

Майҙан да ябығып була!

Һиндостан белгестәре ябығыуҙың ғәжәйеп ысулын асҡан. Улар фекеренсә, ароматерапия ябығыуҙа бик һөҙөмтәле. Артыҡ ауырлыҡтан интегеүселәргә ниндәй майҙар ҡулланырға кәрәклеген дә әйткәндәр. Улар бишәү икән.

Лимон майы. Ул организмдан токсиндарҙы сығара, аш һеңдереүгә ыңғай йоғонто яһай. Был еҫ кәйефте күтәрә һәм организмдағы май ҡатламдарын “йоҡарта” һәм унан ҡотолорға ярҙам итә.
Лаванда майы ла стрестарға ҡаршы тороуҙа һөҙөмтәле булыша. Ул йоҡоно яҡшырта һәм аппетитты баҫа.

Бөтнөк майы йоҡоно яҡ­шырта һәм аппетитты баҫа, тип белдерә белгестәр.
Грейпфрут майы иһә метаболизмды яҡшырта. Уны эскә массаж яһағанда ҡулланһаң, билде бер аҙ нескәртергә мөмкин.

Имбир майы. Уның еҫе татлы ризыҡтар ашағы килеү теләген кәметә.
Читайте нас