Сәләмәт булайыҡ
30 Апреля 2020, 13:45

Сирлеләр күбәйә...

Ҡайһы ҡала-райондарҙа вирус йоҡторған кешеләрҙең артыуы билдәле булды.

Тәүлек эсендә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын йоҡтороу буйынса “рекорд” ҡуйылды – 7099 кешенең сирләүе асыҡланды. Бөтәһе 11619 пациент һауығып дауахананан сыҡты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1073 кеше вафат булды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сираттағы брифингта белдерелде.
Республикала тәүлек эсендә вирусты йоҡтороусылар һаны 75-кә артып, 766-ға барып етте. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева әйтеүенсә, тәүлек эсендә 5367 тест үткәрелгән, тикшеренеүҙәрҙе арттырыу сирлеләрҙең күберәк асыҡланыуына килтерә.
"Роспотребнадзор" идаралығы белгесе Венер Изекәев ҡайһы райондарҙа сирлеләрҙең артыуын билдәләне. Тәүлек эсендә вирус йоҡтороусылар һаны Нефтекамала 28 пациентҡа артҡан,икенсе урында – Өфө ҡалаһы (16 осраҡ), өсөнсө урында – Октябрьский ҡалаһы (5 осраҡ).
Биш дауаханаға карантин режимы, өлөшләтә сикләү саралары индерелгән. Уларҙың барыһын да беләбеҙ: республика онкология үҙәге, Бәләбәй, Балтас, Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханалары, Стәрлетамаҡтағы 2-се дауахана. Бәләбәйҙә сирлеләр һаны артмаған, әлегә 49 пациент табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында, барыһы ла тейешле дауа ала, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
Фото:mistrok.ru
Читайте нас