Ғалимдар ҡурсаланыу осоронда, яҙ һәм йәй көндәрендә, D витаминын ҡабул итергә тәҡдим итә. Ғәҙәттә, беҙ уны урамда, ҡояш нурҙары аҫтында йөрөгән саҡта тейешле миҡдарҙа алабыҙ. Әммә әлеге осраҡта, оҙайлы осорҙа йорттарҙа ултырғанға, был витаминға ҡытлыҡ тыуыуы ихтимал.
Уны икенсе төрлө “ҡояш витамины” тип тә атайҙар. Ул беҙҙең организмға инфекциялар менән көрәшергә, башҡа сирҙәргә ҡаршы торорға ла ярҙам итә. Пандемия осоронда был мәсьәлә бигерәк тә көнүҙәк.
Англияла әле коронавирус эпидемияһы башланмаҫ борон уҡ граждандаға көнөнә 10 микрограмм D витаминын ҡабул итеү тәҡдим ителгән. Бигерәк тә был ҡышҡы айҙарҙа файҙалы, сөнки кешеләр был осорҙа урамға сығып бармай. Пандемия осоронда иһә барыбыҙ ҙа күберәк ваҡыт өйҙә ултырырға мәжбүрбеҙ, был осраҡта иһә D витаминына мохтажлыҡ ҡырҡа арта.
Шуға күрә инглиз табиптары витаминды таблетка йәки капсула формаһында йыл әйләнәһенә ҡабул итергә ҡуша. Был кәңәш бигерәк тә сәләмәтлегенә бәйле өйҙә торғандар (ауыр сиргә бәйле; операциянан һуң һәм башҡа сәбәптәр менән); ҡарттар йортонда йәшәгәндәр; ябыҡ кейем яратҡандар өсөн урынлы.
Витамин D тештәрҙе, һөйәктәрҙе, мускулдарҙы нығыта. Бала саҡта уның етмәүе ҡурҡыныс сиргә – рахитҡа килтереүе ихтимал. Был – һөйәктәрҙең дөрөҫ үҫешмәүе һәм һөлдәнең деформацияланыуы тигәнде аңлата. Өлкәндәр иһә остеомаляцияға дусар булыуы бар: был минералдар етмәү сәбәпле һөйәктәр йомшарыуын аңлата (“өлкәндәр рахиты”)
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, D витамины беҙҙе һалҡын тейеүҙән, киҙеүҙән дә һаҡлай. Бәғзе тикшереүселәр D витаминына ҡытлыҡ кешене миҙгел депрессияһына килтереүе лә ихтимал, шулай уҡ ул нервы системаһы эшмәкәрлегенә, психик һаулыҡҡа ла йоғонто яһай, тип билдәләй.
Әммә һәр ғәмәлдә сама кәрәк. D витаминын күп итеп ҡабул итеү ҙә зыян килтерә, шуға уны табиптар билдәләгән миҡдарҙан арттырыу ярамай.
Хәүефһеҙ миҡдар түбәндәгесә:
1 йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар — көнөнә 50 микрограмдан артмаҫҡа тейеш. 12 айға тиклемге бәпестәр — көнөнә 25 микрограмдан артмаҫҡа тейеш. өлкәндәр — көнөнә 100 микрограмм самаһы, биоөҫтәмәләр составында булһа – 10 микрограмм. Ҙур дефицит булған осраҡта табиптар юғарыраҡ доза тәҡдим итеүе ихтимал. Әммә ҡайһы бер сирҙәрҙән яфаланғандарға D витаминын, ғөмүмән, ҡулланыу тыйыла. Мәҫәлән, бөйөр ауырыуҙарына дусар кешеләргә.
Коронавирус инфекцияһына килгәндә, был витамин уны йоҡтороуҙан һаҡламай, әммә огрганизмдың дөйөм торошон, иммунитет ныҡлығын тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, исеменә ҡарамаҫтан, ысынбарлыҡта был витамин – гормон, ул организмда кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам итә. Әйткәндәй, был витамин аҙыҡ-түлектә юҡ тиерлек (ҡайһы бер майлы балыҡ сорттарында һәм йомортҡала осрай). Шул уҡ ваҡытта, ультрафиолет нурҙары тәьҫире аҫтында кеше тиреһе был гормонды ҡәҙимге холестериндан үҙе бүлеп сығара. Ҡайһы бер етештереүселәр синтезланған витаминды йогурттарға, әҙер иртәнге аштарға, маргаринға өҫтәй.