Сәләмәт булайыҡ
5 Мая 2020, 14:00

"Өйҙә ҡалығыҙ!"

В-ның тән температураһы тәүҙә 38-гә тиклем күтәрелгән, унан 40-ҡа еткән, бер нисек тә төшөрөп булмаған...

Йәшерене юҡ: күптәр өйҙә оҙайлы ваҡыт ултырып арыны һәм хатта коронавирус барлығына шикләнә башланы. Әммә был – ҙур хата! Был сир бик алама, ул ҡәҙимге респиратор инфекцияларынан айырыла һәм кешене тиҙ арала юҡҡа сығарыуы ихтимал. Был хаҡта коронавирус инфекцияһын кисергән кешеләр ҙә белдерә.
Мәҫәлән, пациент В. әйтеүенсә, уның тән температураһы тәүҙә 38-гә тиклем күтәрелгән, унан 40 самаһына еткән, бер нисек тә төшөрөп булмаған... Дауаханала В.-ны үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар.
“Был – ҡот осҡос осор. Коронавирус – үтә хәүефле, мәкерле сир. Табиптарға рәхмәт: ғүмеремде ҡотҡарып алып ҡалдылар. Әммә башҡаларға еткерәһем килә: үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын боҙмағыҙ. Был фәҡәт дөйөм хәүефһеҙлек өсөн!” - ти үлем тырнағынан ҡотолған пациент.
Үҙ аллы ҡурсаланыу режимын һаҡлау ни тиклем мөһим икәнлеген ил Президенты Владимир Путин да Рәсәй халҡына мөрәжәғәт иткәндә телгә алды, әгәр ҙә бәғзе кешеләр шәхси иркен башҡаларҙың хәүефһеҙлегенән юғарыраҡ ҡуя икән, тимәк, башҡаларҙың ғүмеренә хәүеф менән янай, тине. Был осраҡта ирек яуапһыҙлыҡҡа әүерелә. Шуға күрә, йәмәғәт, тағы аҙ ғына сабыр итәйек, бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ, коронавирустың ҡорбандары рәтен артабан тулыландырыуға юл ҡуймайыҡ.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас