Коронавирус инфекцияһы әлегә беҙҙе үҙ тотҡононда тотоуын дауам итә: уға бәйле хәлдең тотош донъяны дер һелкеткәнен, кешеләрҙе тормош рәүешенә генә түгел, йәшәйеш ҡиммәттәренә лә башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр иткәнен күреп торабыҙ. Нисек кенә булмаһын, ҡәһәрле инфекцияға бәйле тотош ҡәүем иңенә ятҡан оло һынауҙы беҙ лайыҡлы үтергә тейешбеҙ.
Әлегә бәләнән ҡотолоу өсөн дарыу ҙа, вакцина ла юҡ, фәҡәт беҙҙең иңгә ятҡан яуаплылыҡ ҡына бар. Бының өсөн иң ябай талаптарҙы үтәү фарыз.
Мәҫәлән, берҙәмлек һәм хәстәр өсөн эргәлә булыу мөһим түгел. Был төшөнсә нимәне аңлата? Әлеге ваҡытта беҙ, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимында булғанға күрә, яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ янына барыуҙан тыйылып торабыҙ. Әммә заман мөмкинлектәре улар менән телефон йә видеобәйләнеш аша хәбәрләшеп торорға, курьер хеҙмәте тормош кәрәк-яраҡтарын алып барып еткерергә ярҙам итә. Йылы һүҙ, бер-беребеҙҙе аңлау, ошо ауыр осорҙа рухи терәк булыу – бына ошо ғәмәлдәр мөһим бөгөн.
Ошо ҡатмарлы мәлдә табиптарҙың хәле хаҡында ла уйланығыҙ әле: улар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн үҙҙәренең сәләмәтлеген һәм ғүмерен аямай алғы һыҙыҡта, коронавирус менән көрәштең уртаһында ҡайнай...
Ирекмәндәрҙең хеҙмәтен дә баһалау мөһим: улар ҙа бер нимәгә ҡарамаҫтан, оло йәштәгеләргә, мохтаждарға ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Иң мөһиме – инфекция таралмаһын һәм ҡорбандар һаны артмаһын өсөн аҙ ғына түҙергә, өйҙә торорға кәрәк. Шуны онотмаһағыҙ ине.