Оператив штаб ултырышында Саха (Яҡут) республикаһындағы Чаянда ятҡылығынан вахтасыларҙы ҡайтарыу мәсьәләһе ҡаралды. Бөгөн 295 кешене алып ҡайтыу күҙаллана. Килеп етеү менән уларҙы обсерваторға ебәрәсәктәр, урындар әҙер. Был турала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов хәбәр итте.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанға бөтәһе 777 вахтасы ҡайтҡан. Уларҙың 400-ө Әбйәлил районында. Берәүһендә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре асыҡланған, ул әле Белорет үҙәк дауаханаһында. Шул 400 кешенең береһендә коронавирус инфекцияһына тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән, уның менән бәйләнештә булған дүрт кешенең анализ һөҙөмтәләре яҡын арала билдәле буласаҡ.
179 кеше Ғафури районына урынлаштырылды. Уларҙың етеһе киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы билдәләре менән дауаханала.
Ринат Бәширов билдәләүенсә, вахтасыларҙы ташыу графигы көн һайын үҙгәреп тора, яҡынса 11-12 майҙа уларҙың бөтәһен дә алып ҡайтып бөтөү күҙаллана. Бөгөн ҡайтасаҡ кешеләрҙе иҫәпкә алғанда, бөтәһе 1072 вахтасы - Башҡортостанда.
Тағы шуныһына иғтибар итергә кәрәк, коронавирус инфекцияһы асыҡланған кешеләрҙе Яҡут Республикаһында ҡалдыралар. Унда ялан госпитале булдырылған.
Быға Башҡортостан Башлығы яҡташтарыбыҙҙы өйгә алып ҡайтып дауалау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
– Минеңсә, ялан госпитале шарттарында ятҡылыҡта кешеләрҙе дауалау еңелдән түгел. Әгәр мөмкинлек булып, "Роспотребнадзор" рөхсәт итә икән, уларҙы алып ҡайтыу әмәлен ҡарайыҡ, – тине Радий Хәбиров.