Һуңғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә коронавирус йоғоуҙың 10 817 осрағы теркәлгән. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусы 84 кешелә асыҡланған. Сирләгәндәрҙең дөйөм һаны – 1416. Бер кеше вафат булған. Шулай итеп, сирҙән ғүмере өҙөлгәндәрҙең дөйөм һаны 15-кә етте.
Хәбәр ителеүенсә, вафат булған иргә 59 йәш, ул Бәләбәй район дауаханаһында ятҡан.
Республика стационарҙарында - 423 кеше. 543 пациент амбулатор дауаланыу ала. Һуңғы тәүлектә 26 кеше һауығып сыҡҡан. Шәбәйгәндәрҙең дөйөм һаны – 435.
Пневмония диагнозы менән 29 кеше госпитализацияланған, барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән.
Дөйөм алғанда, республикала 113123 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә - 5673.