Ир 2019 йылдың ноябренән колостома менән йөрөй. Уны “Юбилей” шахтаһында имгәнгәндән һуң ҡуйғандар. Алты айҙан һуң колостоманы ябыу өсөн Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаға һалырға тейеш булғандар. Ҡатынының әйтеүенсә, был операция Максимға хәҙерҙән бик кәрәк. Аптыраған көндән Татьяна ярҙам һорап социаль селтәр аша республика Башлығына мөрәжәғәт иткән.