Сәләмәт булайыҡ
12 Мая 2020, 12:55

Һабындың айырмаһы юҡ

“Роспотребнадзор” бактерияға ҡаршы һабындың COVID-19 вирусына ҡаршы нисек тәьҫир итеүен асыҡлаған. Һөҙөмтәлә коронавирусты иҫкәртеү өсөн ҡулды ниндәй һабын менән йыуһаң да бара, тип кәңәш итә ведомство. Белгестәр фекеренсә, ябай һәм бактерияға ҡаршы һабындың тәьҫир кимәле бер үк.

Асыҡланыуынса, бактерияға ҡаршы һабын вирустарҙы үлтерә алмай, сөнки уларҙың тотороҡлолоғо бактерияларҙан айырыла, әммә уларҙы йыуып төшөрә ала, шул иҫәптән ябай һабын кеүек үк. Шуға күрә, вирусты йыуып төшөрөр өсөн, ҡулды йортоғоҙҙа булған теләһә ниндәй ҡәҙимге һабын менән йыуыу ҙа етә.

Унан тыш, етештереүсе­ләр­ҙең ҡайһы берҙәре “бактерияға ҡаршы һабын” тигән төшөнсәне ҡәҙимге маркетинг ысулы сифатында ҡуллана. Ысынбарлыҡта иһә был һабындың тәьҫир итеү йәһәтенән бер ниндәй үҙен­сәлеге лә юҡ (әгәр һүҙ тире антисептигы хаҡында бармаһа).

Әйткәндәй, “Роспотребнадзор” шуны ла билдәләй: әгәр ата-әсә ҡулын һабын менән йыш йыуа икән, балаларҙың киҫкен респиратор инфекцияларҙан үлеү осраҡтары – 20 процентҡа, киҫкен эсәк инфекцияларынан 50 процентҡа түбәнерәк була. Ҡулдарҙы йыш йыуыу шулай уҡ киҙеү, коронавирус һәм башҡа сирҙәр йоғоу ихтималлығын да түбәнәйтә.

Ғәмәлде дөрөҫ башҡарғанда, уның тәьҫир көсө тағы ла арта: бының өсөн еңде һыҙғаныу, ҡулды йылы һыу менән еүешләү, 30 секунд дауамында һабын менән йыуыу фарыз.
Читайте нас