Сәләмәт булайыҡ
12 Мая 2020, 15:55

Ҡәҙимге тормошҡа яйлап күсәсәкбеҙ

Коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән индерелгән сикләүҙәрҙе алыу өсөн ниндәй өс төп шарт бар?

Сираттағы онлайн брифингта “Роспотребнадзор” идаралығы вәкиле Венер Изекәйев көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.
Коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән индерелгән сикләүҙәрҙе алыу өсөн өс төп шарт бар: сир раҫланған кешеләрҙең һаны; процент сағылышында буш койкалар һаны; коронавирусҡа тикшереүҙең йәйелдерелеүе кимәле.
Әлеге ваҡытта республиканың 12 медицина учреждениеһында карантин сикләүҙәре индерелгән. Ә бынан бер нисә аҙна элек эпидемия усағы булып танылған Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы иһә ҡәҙимге эшмәкәрлек режимына ҡайта: бөгөндән унда хирургия, акушер-гинекология, терапия бүлектәре республиканан сирлеләрҙе ҡабул итә башлаясаҡ, ә Диагностика үҙәге әлегә дистанцияла эшләй. “Дауаханалағы ковид-госпиталь дә эшмәкәрлеген дауам итә, унда - штатлы хәл”, - тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Коронавирусҡа ҡаршы алғы һыҙыҡта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн түләүҙәргә килгәндә, апрель өсөн аҡса тулыһынса күсерелгән, суммаһы 111 миллион һум самаһы тәшкил итә. Өҫтәмә түләүҙәрҙе республикала 3896 кеше аласаҡ. Төбәк түләүҙәре лә ваҡытында күсереләсәк.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге етәксеһе Анна Казак брифинг аҙағында коронавирустың ультрафиолет нурҙарға бирешеүен, ҡояш йылыһы аҫтында тиҙерәк һәләк булыуын белдерҙе, әммә хәлде үҙ яйына ҡуйырға иртәрәк, тине. Шуға ла гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, битлек режимын һаҡлау зарур.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас