Сәләмәт булайыҡ
12 Мая 2020, 12:52

“Лос-Анджелес ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта”

Америкалағы яҡташтарыбыҙ пандемияны тыныс үткәрә.

Яҡташыбыҙ, Миәкә районы ҡыҙы Айгөл Ғимранованы яҙмыш океан аръяғына – Америка Ҡушма Штаттарына илткәненә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ул Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәй. Әммә Айгөл тамырҙарына һәр саҡ тоғро булып ҡала: ул – Америкалағы башҡорт һәм татар ойошмаларының әүҙем ағзаһы, милли һабантуйҙарҙы ойоштороусыларҙың береһе, ғөмүмән, Башҡортостандан барған кешеләр менән аралашып, бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр. Айгөл – ике бала әсәһе. Нурислам бәләкәй генә сағында әсәһе менән бергә океан аръяғына юлланһа, кескәй Мәрйәм Америкала тыуған.


Айгөл былтыр Башҡортостанда үткән ҙур сараға – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып килде, уның эшендә әүҙем ҡатнашты. Күптән түгел иһә тағы ла бер ҙур эш атҡарған: ниһайәт, ул Америкала үҙ йортон булдырған. Шуның документтарын юллап бөтөп, ошо оло ҡыуаныстан ҡәнәғәтлек кисереп, донъя көтә башланым тигәндә, бөтә донъяға күҙгә күренмәгән дошман – коронавирус сире ябырылды.
Матбуғат сараларынан күренеүенсә, Америкала хәлдәр еңелдән түгел: унда инфекция йоҡторған кешеләр һаны буйынса донъя рекорды ҡуйылды. Айгөл менән интернет аша бәйләнешкә индек. Ул үҙҙәренең тормошо, коронавирусҡа бәйле хәл хаҡында бәйән итте.
– Инфекция тарала башлағанда, мин йорттоң документтарын юлларға тотонғайным. Кәрәк булғас, йөрөргә тура килде, әммә изоляция иғлан ителгәнгә күрә, урамдар бушап ҡалғайны. Әле иһә тормош бер аҙ йәнләнә төштө. Беҙ ҡырҡ көндән ашыу ҡурсаланыу режимындабыҙ. Әлегә парк­тар, магазиндар, күңел асыу урындары ябыҡ, әммә кешеләрҙең, битлек кейеп йә битлекһеҙ, урамға йышыраҡ сыға башлағаны тойола. Аҙыҡ-түлек магазиндары ябылманы, унда инеү сират буйынса ғына: нисә кеше сыға, шунса инә. Әйткәндәй, кассала һәр һатып алыусының артынан һөртөп, таҙартып торалар, һатып алған тауарҙарҙың ҡаптарын да спирт менән эшкәртәләр. Ойошмалар эшләй, бөтә нәмә лә бар. Башта, әйткәндәй, бәҙрәф ҡағыҙы, антисептиктар бөтөп киткәйне, улар ҙа хәҙер кәштәләрҙә тулып ята.
Рәсәйҙән килгән яңылыҡтарҙы уҡып барам. Тиҙерәк эпидемия юғары нөктәһенә етһен дә кәмей башлаһын ине, тип теләйем. Башҡортостанда барлыҡ яҡындарым йәшәй, әсәйем дә, ағай-апайҙарым да оло йәштә, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тип торам. Беҙ бит ҡурсаланыу режимын алдараҡ башланыҡ. Шуға яҡындарымды баштан уҡ иҫкәртә башланым: кеше күп урында йөрөмәгеҙ, ауылға, оло йәштәге әсәй янына ҡайтмай тороғоҙ, тип.
Лос-Анджелеста автобустар әлегә бушлай йөрөтә. Элек пассажирҙар алғы яҡтан инә лә, түләп, салонға үтә ине. Хәҙер водителдәрҙе сирҙән һаҡлау өсөн, уларҙың кабинаһы бөтөнләй ябыҡ, түләү талап ителмәй. Шул уҡ ваҡытта кеше автобусҡа бик һирәк ултыра. Беренсенән, унда битлек, бирсәткә инеп кейеү фарыз, икенсенән, кешеләр хәүефһеҙлек сараларына буйһона, һаҡлана. Унан тыш, битлекһеҙ магазиндарға ла индермәйҙәр. Ҡайһы бер кибеттәрҙә әйберҙәрҙе сикле генә бирәләр. Был да тәртип өсөн.
Балалар беҙҙә лә дистанцияла уҡый. Өлкән улым унынсы класта булғас, эштәрен үҙаллы башҡара. Нурислам яҡшы уҡый, шөкөр, уңыштары менән шатландырып тора. Мәрйәм иһә, бәләкәйерәк булғас, иғтибар талап итә: уның уҡытыусылар ебәргән күнекмәлә­рен бергәләп эшләйбеҙ. Һәр баланың айырым компьютеры бар, шуға ла ҡатмарлыҡтар тыумай.
Әйткәндәй, был мәсьәләне мәктәптә лә хәл итергә ярҙамлашалар: әгәр йортта балалар һанына гаджеттар етмәй икән, биреп торалар. Был хаҡта көн дә электрон адресҡа хат яҙып ҡыҙыҡһыналар һәм, кәрәкһә, кисекмәҫтән ноутбук килеп алырға тәҡдим итәләр. Ошо көндәрҙә иһә балаларҙың китаптарын өйгә алып ҡайтырға ҡуштылар. Бындағы мәктәптәрҙең үҙенсәлеге шунда: балалар ауыр китаптарҙы алып ҡайтып йөрөмәй, мәктәптә һәр кемдең махсус шкафы бар, әйберҙәре шунда һаҡлана. Бер үк китапты ике дана итеп бирәләр: береһе өйҙә шөғөлләнеү өсөн, икенсеһе – мәктәптә. “Килеп алығыҙ” тигәндәре иһә быйылғы уҡыу йылында балалар башҡа мәктәпкә барып тормаҫты, сентябргә тиклем ялға туҡтауҙы аңлата. Дистанцияла уҡыу тәүҙә ҡыҙыҡ тойолһа ла, был йәнле аралашыуҙы бер нисек тә алмаштырмай: балалар дуҫтарын, класташтарын һағынды. Мәрйәм бөтөнләй күңелһеҙләнеп киткәс, уның дуҫтары менән скайп-осрашыу ойошторҙом, әммә был да оҙаҡҡа түгел – саф һауала рәхәтләнеп йүгерешеп, көлөшөп уйнауға ни етә!
Америка хаҡындағы интернетты тултырған ҡурҡыныс хәбәрҙәргә килгәндә, хатта бер аҙ аптырайым: беҙҙә тып-тыныс, ҡайһы бер мәғлүмәт саралары яҙғанса, мәйеттәр урамда тулып ятмай. Нью-Йоркка килгәндә, ул – иҫ киткес ҙур ҡала, унда, бәлки, ҡатмарлыҡтар тыуғандыр, ҡаланан йыраҡ булмаған утрауҙарҙа коронавирустан үлгән кешеләр өсөн махсус зыяраттар ойошторғандарҙыр, сөнки был мегаполиста кеше бик күп, ерләү мәсьәләһе, ысынлап та, киҫкен булыуы ихтимал.

Беҙҙең Лос-Анджелеста һиллек. Күптән түгел балалар менән сәскә атҡан мәк яландарын барып ҡараныҡ: иҫ киткес гүзәллек! Ҡыҫҡаһы, тиҙҙән ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға әҙерләнәбеҙ.
Бында бер нисә яҡташым бар, улар менән даими бәйләнештәбеҙ. Күптән түгел иһә башҡорт теленән бергәләшеп диктант та яҙҙыҡ. Вегастан Әлфиә Фәйзуллина килде, сарала ҡатнаштыҡ, һөйләшеп, күңелдәрҙе бушатып алдыҡ. “Ауылдағы кеүек”, – тип сәй эсеп, хәбәрләшеп алғас, кәйеф тә күтәрелеп китә, һағыныу тойғоһо баҫыла. Хәҙер йорт та булғас, хас ауыл инде (көлә – авт.). Көрәк һатып алдым әле, хәҙер баҡса ултыртырға ниәт. Ер ҡаҙып, төрлө йәшелсә, еләк-емеш сәсеп, сәскә ултыртып, йорт тирәһен йәнләндерәһе ине.
Быйыл Рәсәйгә, бәлки, ҡайтып та булмаҫ, сөнки сығымдарым күп – йортло булдым. Был – иң ҙур ҡыуаныс. Әсәйем – оло кеше, уға мотлаҡ аҙнаһына берҙе шылтыратып хәл белеп алам. Әлдә эргәһендә апайым бар, һөйләшеп-аралашып торабыҙ.

Һис шикһеҙ, ҡатмарлы, ауыр заманда йәшәйбеҙ. Әммә түҙергә, өмөт менән алға атларға кәрәк – ошо хәҡиҡәттә бер минутҡа ла шикләнмәйем. Яҡташтарым да был тынғыһыҙ осорҙо лайыҡлы үткәрер тип ышанам, тыуған яғыма ҡайтып, яҡындарым-дуҫтарым менән осрашыр минуттарҙы көтөп ҡалам, – тип сәләмдәр ебәрҙе Баш­ҡортостан халҡына Американан Айгөл Ғимранова.
Читайте нас