Сәләмәт булайыҡ
15 Мая 2020, 07:26

Бирешмә!

Бик күп сирҙәрҙең сәбәпсеһе стресс икәнлеге күптән мәғлүм. Ә унан ҡотолоу әмәле юҡтыр ҙа, һәр аҙым һайын һине ниндәйҙер көсөргәнеш, борсолоу һағалап ҡына тора, шуға күрә уға бирешмәү, нервы системаһын тергеҙеү тураһында күберәк уйларға кәрәктер. Ә быныһы инде — үҙе бер сәнғәт, үҙе бер оҫталыҡ!

Бик күп сирҙәрҙең сәбәпсеһе стресс икәнлеге күптән мәғлүм. Ә унан ҡотолоу әмәле юҡтыр ҙа, һәр аҙым һайын һине ниндәйҙер көсөргәнеш, борсолоу һағалап ҡына тора, шуға күрә уға бирешмәү, нервы системаһын тергеҙеү тураһында күберәк уйларға кәрәктер. Ә быныһы инде — үҙе бер сәнғәт, үҙе бер оҫталыҡ!


l Иң тәүҙә уйҙарығыҙҙы кон­трол­ләргә өйрәнегеҙ.
l Тәмәкенән ваз кисегеҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ.
l Тик ултырырға ғәҙәтлән­мәгеҙ, даими хәрәкәттә булығыҙ.
l Тән ауырлығын нормала тотоғоҙ, ауырайып китһәгеҙ, ябығырға тырышырға кәрәк.
l Ҡанығыҙҙағы холестерин кимәлен беләһегеҙме? Туңдырғыс һәм тауыҡ ите тиреһен ашауҙан тыйылығыҙ, сөнки уларҙа ҙур миҡдарҙа холестерин һәм токсиндар тупланған.
l Ит һәм сыр ашауҙы ла кәметегеҙ. Уларҙы балыҡ һәм эремсек менән алыштырығыҙ.
l Сәләмәт кеше өсөн тоҙ нормаһы биш грамдан артмаҫҡа тейеш (бер балғалаҡ самаһы). Тоҙ организмда һыуҙы тота һәм ҡан баҫымын арттырырға булыша.
l Кешенең нисек ял итеүенә, йоҡо сифатына бөтә ағзаларҙың эшмәкәрлеге бәйләнгән. Ятыр алдынан бүлмәне елләтеү, шифалы үләндәр һалынған мендәрҙә йоҡлау бик файҙалы.
l Киске аш майлы, калориялы аҙыҡтан торорға тейеш түгел. Ә шифалы үләндәрҙән яһалған сәй һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына. Бер балғалаҡ бал һалынған йылы һөт – йоҡоһоҙлоҡтан арыныуҙа һынал­ған сара. Йоҡлар алдынан тик яҡшы,

күңелле хәл-ваҡи­ғаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ялмы, байраммы, һәр саҡ бер ваҡытта йоҡларға ятығыҙ һәм тороғоҙ.
l Ә бына стресҡа бирешмәү өсөн йога һәм медитация менән шөғөлләнеү файҙалы. Бимаза­лаған проблемаларығыҙҙы ситкә ҡуйып тороп, тәбиғәттә булыу, магазиндар буйлап йөрөү, матур­лыҡ салондарына барыу, прическа йәки маникюр яһатыу ҙа кәйефегеҙҙе күтәрер. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла, һеҙ нервы системаһына һәм баш мейеһенә ял бирәһегеҙ тигән һүҙ. Дуҫ-иштәрегеҙ менән бергәләп мунсаға барыу, ҡыҙыҡлы осра­шыуҙар борсолоуҙарҙан ары­нырға ярҙам итер. Хәл ителмәй торған мәсьәлә юҡ ул, бары сәбәләнмәй, йөрәккә ауыр алмай, көсөргәнешле мәлдән сығыу яйын эҙләргә, табырға кәрәк.
Читайте нас