Сәләмәт булайыҡ
14 Мая 2020, 20:35

Әгәр битлегеңде сисһәң...

Битлек кейеү һәм был талапты үтәмәгән өсөн штрафтар буйынса иң ауыр, буталсыҡ һорауҙарға Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең дәүләт-хоҡуҡи идаралыҡ начальнигы Азат Ғәлин яуап бирҙе. Бына уға бирелгән алты һорау һәм яуаптар.

Башҡортостанда битлекте мотлаҡ кейеү тураһындағы закондың үтәлешен контролдә тотоу өсөн рейдтар һәм тикшереүҙәр башлана. Ҡанунды үтәмәгән һәр кемгә штраф һалырға вәғәҙә итәләр, ә уның күләме бәләкәй түгел.
Белгестәр быға тиклем күп тапҡыр иҫкәртте: битлек кейеү инфекция таралыуҙы туҡтатыуҙың икенсе мөмкин булған ысулы. Беренсеһе – өйҙә ҡәтғи изоляция режимында булыу.
Битлек кейеү һәм был талапты үтәмәгән өсөн штрафтар буйынса иң ауыр, буталсыҡ һорауҙарға Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең дәүләт-хоҡуҡи идаралыҡ начальнигы Азат Ғәлин яуап бирҙе. Бына уға бирелгән алты һорау һәм яуаптар.
1. Был ғөмүмән, законға ярашлымы?
Эйе, был закон буйынса. Кәрәкле бар документтарҙы ирекле асып уҡырға мөмкин. 2 апрелдә, 28 апрелдә һәм 11 майҙа Владимир Путин указдарға ҡул ҡуйҙы, уның буйынса төбәк башлыҡтарына эпидемиологик хәлгә ҡарап сикләүҙәр индереү һәм уларҙы юҡҡа сығарыу хоҡуғы бирелә. Ошоноң кеүек нормалар “Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау тураһында"ғы федераль законда ла яҙылған. Уға ярашлы, төбәктәр юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән саҡта граждандар һәм ойошмалар өсөн үтәү мотлаҡ булған ҡағиҙәләр индерә ала.
Бынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, республика биләмәһендә ғүмер иткән кешеләр йәшәгән еренән башҡа урында битлектәр, ә йәмәғәт урындарында, йәмәғәт транспортында һәм таксиҙа мотлаҡ бирсәткәләр ҙә кейергә тейеш.
Штрафтың күләмен Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары билдәләй. Улар тиҙ арала был турала закон ҡабул итте һәм штраф күләмен яҙҙы.
2. Штрафтар күләме күпме?
Уларҙың күләме түбәндәгесә: граждандарға бер мең һумдан өс мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта өс-биш мең һум тәшкил итәсәк. Вазифалы кешеләр өсөн – 5 - 15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта 15 – 30 мең һум). Ойошмалар өсөн 50 – 100 мең һум, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Граждандарға ҡарата иҫкәртеү сараһы ҡулланылыуы ихтимал.
3. Мин бер үҙем яр буйлап китеп барам. Битлекте сисергә яраймы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Тыныс ҡына битлекһеҙ йөрөй алған берҙән-бер урын – өйөгөҙ. Башҡа варианттар юҡ. Хатта машина эсендә лә битлек кейергә кәрәк. Әлегә.
4. Кем протоколдар яҙа һәм штраф билдәләй?
Бындай хоҡуғы булғандарҙың исемлеге ҙур ғына. Улар – Эске эштәр министрлығы, Росгвардия, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре. Республика административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, протоколдарҙы шулай уҡ урындағы министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре лә төҙөй ала. Юҡ, быны һәр чиновник эшләй ала тигән һүҙ түгел. Ведомстволарҙа етешһеҙлектәр өсөн штраф һалыу хоҡуғы булған өс-дүрт кеше бар. Улар ғына эшләй ала.
Эштәрҙе ҡала һәм район хакимиәттәре янындағы административ комиссиялар ҡарай. Улар штраф билдәләй һәм түләү өсөн квитанция бирә.
Иғтибар! Башҡортостанда шундай осраҡтар ҙа булған: мутлашыусылар урам буйлап йөрөп, штраф һалабыҙ тип алдап, кешеләрҙән аҡса талап иткән. Быға ышанмағыҙ. Штрафтар тик квитанцияға ярашлы банк аша ғына түләнә, уны алыусы – бюджет, ә аныҡ кеше йәки предприятие түгел!
5. Әгәр бала битлекһеҙ тышҡа сыҡһа, штраф кемгә һалына?
Ата-әсә йәки баланың законлы вәкиле өсөн штраф административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се “Ата-әсә тарафынан бәлиғ булмаған балаларҙы аҫрау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарының башҡарылмауы” статьяһына ярашлы һалына. “Комендант сәғәте"н боҙған өсөн дә ошо уҡ статья буйынса штраф һалынасаҡ. Был статья буйынса яза ҙур түгел – иң күбе 500 һум, тик ғаиләнең опека органдары контроленә эләгеүе ихтимал.
Әгәр бала битлекһеҙ, мәҫәлән, йәшерен дискотекаға киткән икән, уны ойоштороусыларға ла штраф һаласаҡтар. Тик икенсе статья буйынса – 13.13-сө “Зыян килтереүҙе иҫкәртмәгән өсөн”. Уның буйынса штраф 30 мең һумға тиклем барып етә.
6. Был оҙаҡҡамы?
Быны бер кем дә белмәй. Барлыҡ яҡынса ваҡыттар – ни бары күҙаллау ғына. Шуныһы аныҡ билдәле: битлек кейеү кәмендә вакцина килеп сыҡҡансы мотлаҡ атрибут булып ҡаласаҡ. Ә был ҡасан булыр – киләһе йәйме, ҡышмы, әллә берәй йылдан һуңмы, уны хатта ғалимдар ҙа белмәй.
Был турала тулыраҡ белгегеҙ килһә “Башинформ”дың ошо һылтанма буйынса лонгридын ҡарағыҙ: http://www.bashinform.ru/longread/6_voprosov_maski#ixzz6MRFACuMs
Фото: "Башинформ".
Читайте нас