Алкоголь ҡатын-ҡыҙ организмына ҙур зарар килтерә, бала табыу һәләтенә, сәләмәтлеккә генә түгел, ә аҫыл заттың йөҙ-ҡиәфәтенә лә. Йәш ҡыҙҙарҙың спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы сирле балалар тыуыуына сәбәпсе булыуы мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙың енси күҙәнәктәре тергеҙелмәй, шуға күрә эскелек менән мауыҡҡандарҙың организмында зарарланған енси күҙәнәктәр арта.
Башында аҡылы булған, киләсәген күҙаллаған ир иҫерек ҡатын-ҡыҙ менән енси бәйләнешкә инергә ашыҡмаҫ, сөнки бының бик хәүефле, ғүмер буйы үкенерлек ваҡиғаға әүерелеүе ихтимал. Аҡыл йәһәтенән зәғиф сабый тыуыуында һеҙҙең дә ғәйебегеҙ ҙур булыуын нисек кисерерһегеҙ?
Эскән ҡатын-ҡыҙ тотанаҡһыҙға, йүгәнһеҙгә әүерелә. Алкоголь ир-атты ла шашырға, төрлө сүрәткә инергә мәжбүр итә. Һуғыш, талаш, хулиганлыҡ, юҡҡа-барға эләгешеү, йәберләү тиһеңме… Иҫерек ҡатын-ҡыҙға – “диңгеҙ тубыҡтан”, иренә хыянат итеү ҙә, теләһә кемгә эйәреп китеү ҙә бер ни тормай. Эскән ҡыҙҙар – үҙ-үҙҙәренә хужа түгел, ә йүнһеҙ ир-ат өсөн арзан “бүләк”.
Бөтә матур, аҫыл әйбер тиҙ боҙола. Ҡатын-ҡыҙҙың һылыулығы ла һаҡламағанда тиҙ юҡҡа сыға. Йыш ҡына эскеләгән ҡыҙҙарҙың бите шалпайып төшә, йөҙҙәрен һытҡы баҫа, улар үҙҙәренең йәшенән олораҡ күренә. Алкоголдән ҡатын-ҡыҙҙың килбәте, үҙ-үҙен тотошо ла үҙгәрә. Ҡайһы берҙәре һимерә, ҡорһаҡтары үҫә.
Алкоголь организмдан тулыһынса сығып бөтмәй, уның һәр тамсыһы ҡатындарҙың енси күҙәнәктәренә мәңгелеккә һеңдерелә. Ҡандан ике аҙна эсендә генә сығарылыуы мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙың эсеүе – ҙур социаль мәсьәлә. Нисек уны был ҡоллоҡтан ҡотҡарырға? Ғөмүмән, был эш ҡулдан килерлекме? Эскелеккә бирелгән ҡыҙҙы шешәләштәренән аралау мөһим. Икенсенән, уны спорт менән шөғөлләнергә күндерегеҙ, даими күнекмәләр режимды боҙорға мөмкинлек бирмәҫ. “Йәш көйөнә ҡалғың һәм матурлығыңды оҙаҡ йылдарға һаҡлағың килһә, алкоголгә ҡул һуҙма, ихтыяр көсөңдө тупла”, тип әхирәтеңде йәки һеңлеңде дәртләндереп торорға онотма. Иң мөһиме, эскелек арҡаһында сәләмәт балалар таба алмаясағын аңлатығыҙ. Аҫыл зат өсөн бынан да ҙурыраҡ, әһәмиәтлерәк бурыс булмауын еткерергә тырышығыҙ.