Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2020, 12:30

Ике мең сиген дә үттек...

Коронавирус йоҡторғандарҙың кәмей барыуына өмөт тотһаҡ та, әлегә ҡыуанырлыҡ хәбәр күренмәй, сирлеләр арта ғына.

Көн һайын коронавирус буйынса статистиканы күҙәтеп, хәлдең аҙ ҡына булһа ла яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә, сирҙе йоҡтороусыларҙың кәмей барыуына өмөт тотабыҙ. Тик әлегә ҡыуанырлыҡ хәбәр күренмәй, сирлеләр арта ғына.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, 17 майға ҡарата республикала инфекцияны йоҡторғандар һаны 2061-гә еткән. Тәүлек эсендә сирлеләр 98 кешегә артҡан. 599 пациент һауыҡҡан, вафат булғандар - 17.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын 9709 кеше йоҡторған, шулай итеп, сир осраҡтары 281 752 тәшкил итә. Тәүлектә 4207 ауырыу һауығып дауаханаларҙан сыҡҡан, 94 пациент вафат булған.
Бындай ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа барыбыҙҙан да санитария-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәү, битлек режимын күҙәтеү талап ителә. Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ!
Фото: Local.yandex.ru
Читайте нас