Сәләмәт булайыҡ
18 Май 2020, 10:45

Әлегә күңел күтәрерлек хәбәр юҡ

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 94 кешегә артҡан.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 94 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда GOVID -19 вирусы менән зарарланғандар 2155 кеше тәшкил итә.
Әлеге мәлдә 1487 кеше дауалана, 651 пациент һауыҡҡан. Яңы үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. Эпидемия осоронда барлығы 17 ауырыу вафат булды. Һуңғы көндәрҙә вирусты йоҡторғандар һаны артыуы борсой, әлбиттә. Кисәге тәүлек эсендә 98 кешенең сирҙе йоҡтороуы билдәле булғайны.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлек эсендә вирусты йоҡторғандар һаны 8926 кеше тәшкил итә. 2836 ауырыу һауыҡтырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 91 ауырыу һәләк булған. Ғөмүмән, илдә ауырыуҙар һаны – 290 676. Эпидемия осоронда барлығы 2722 кеше вафат булды.
Ошо тәүлектә генә яңы коронавирус инфекцияһына илдә 230,9 мең тест үткәрелгән. Рәсәй буйынса медицина күҙәтеүе аҫтында 264 мең 451 кеше иҫәпләнә. Ошо тиклем ауырыуҙар һанын тағы ла арттырмау бөтәбеҙҙең дә санитария-гигиена талаптарын нисек үтәүебеҙгә бәйләнгән. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Фото: dw.com
Читайте нас