Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ураҙа байрамын билдәләү буйынса яңылыҡ әйтте.
Билдәле булыуынса, 24 май мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамлана һәм Ураҙа байрамы билдәләнә. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысына бәйле быйыл был байрам шулай уҡ онлайн форматта үткәреләсәк. Тимәк, халыҡтың мәсеттәрҙә күпләп йыйылыуы тыйыла.
– Беҙ дин әһелдәре, табиптар менән кәңәшләштек. Ҡарар шундай, быйылға Ураҙа байрамы онлайн форматта үтәсәк. Ул православие динендәге Пасха байрамы кеүек үк интернет аша буласаҡ. Иғтибар итһәгеҙ, ниндәй төбәктәрҙә Пасха сиркәүҙә үтте, унда инфекция усаҡтары барлыҡҡа килде. Беҙҙең халыҡ тыңлап, дөрөҫ эш иткәйне. Әлә лә аңлылыҡ кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика табиптары ла, Ураҙа байрамын онлайн үткәрергә кәңәш итә. Был байрам ваҡытында ғәҙәттә өлкән йәштәге кешеләр ҡатнашыусан. Уларға өйҙә ҡалырға, карантин сараларын үтәргә саҡыралар.